Өлгөлө полицейскийҙар ғаиләһе24.05.2012
Әлшәй районынан Гөлнара менән Азат Хажиәхмәтовтар “Атайым, әсәйем һәм мин — полицейскийҙар ғаиләһе” конкурсында еңеү яуланы.
Бындай конкурс беренсе тапҡыр 2010 йылда үткәрелгәйне. Быйылғы ғаилә байрамы иһә яңы статус алды. Һайлап алыу этабы эске эштәр органдарында һәм бүлексәләрендә уҙҙы. Икенсе этапта 40-ҡа яҡын ғаилә ҡатнашты, улар араһынан һигеҙ финалсы — Өфө, Салауат, Дүртөйлө, Белорет, Ауырғазы, Мишкә һәм Әлшәй райондарынан ғаилә парҙары һайлап алынды.
Хажиәхмәтовтарҙың икеһе лә — хоҡуҡ тәртибе һаҡсылары. Азат — Рәсәй Эске эштәр министрлығы Әлшәй районы буйынса бүлегенең дежур часы инженер-электронсыһы, өлкән лейтенант, Гөлнара — участка уполномоченныйы, полиция лейтенанты.
— Ике көн буйы көс һынаштыҡ. Беренсе этап “Динамо” спорт клубында үтте. Был үҙенә күрә бер күңелле эстафета ине, унда көстө, етеҙлек, түҙемлекте һәм берҙәм булыуҙы күрһәтергә кәрәк. Арҡан да тартыштыҡ, противогаз кейеп тә йүгерҙек, Макаров пистолетын да һүтеп йыйҙыҡ. Ҡыҫҡаһы, бик күңелле булды. Икенсе көн Конгресс-холда үтте. Финалда һәр команда визит карточкаһын тәҡдим итте, ижади һәм кулинария конкурстары булды, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Гөлнара. — Тулҡынландыҡ, әлбиттә. Ауырлыҡтар ҙа булды. Балалар арыны, улар бит әле бәләкәй, Алһыуға — ете, Камилға биш кенә йәш. Әммә барыһы ла бик яҡшы үтте.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.
Әлшәй районы.


Вернуться назад