“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ15.12.2018
Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында Башҡорт теле көнөнә арналған “Мин телемде яратам” тип аталған интеллектуаль уйын үтте.

Командалар бер-береһен исемдәре, девиз, йыр һәм шиғыр юлдары менән сәләмләне. Интеллектуаль уйындан тыш, бәйгелә шиғыр һөйләүселәр ярышы ойошторолдо. Бында педагогика факультеты студенты Фәиз Үҙәнбаевҡа тиңләшеүсе табылманы. Ул Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев, Рәми Ғарипов әҫәрҙәрен бик оҫта итеп башҡарҙы.

Ярыш һуңында дөйөм командалар һәм айырым номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнде. Беренсе урынға бишенсе курс студенттарынан торған "Мортаза балалары" сыҡты, өсөнсө курстың "Әпипәләр" командаһына – икенсе, икенсе курс студенттарының "Бөтөрбай һәм бөтөрбикәләр" командаһына өсөнсө урын бирелде.

“Иң белемлеләр” номинацияһында – “Фәннуниктәр” командаһы, “Иң зирәк”тә – Илсур Сәғитов, “Үҙенсәлекле сығыш” номинацияһында – “Башҡорт ҡыҙҙары“, “Иң белемле”лә – Зөлхизә Бәймөхәмәтова һәм “Иң зирәктәр” номинацияһында “Бөтөрбай һәм бөтөрбикәләр” еңеүсе тип табылды.


Вернуться назад