Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр15.12.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикала ҡояш энергияһында эшләгән электр станциялары төҙөү проектын хупланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хевел” компанияһы Бөрйән районында ҡеүәтле станция төҙөргә иҫәп тотҡайны. 800 миллион һумлыҡ проекттың төбәктә электр менән тәьмин итеү проблемаһын хәл итеренә өмөт бар.

Төҙөлөш 2019 йылдың аҙағында тамамланып, станция 2020 йылдан эшләй башлаясаҡ. Инвестор шулай уҡ Башҡортостандың көньяғында ла дүрт ҡояш электр станцияһы төҙөмәксе.

Был проекттарҙы хуплап, Радий Хәбиров инвесторға ерҙе ҡуртымға алғанда ташламалар бирергә ҡарар итте.


Вернуться назад