Бөтәһе лә бушлай. Килегеҙ!15.12.2018
Бөгөн Өфөлә II Рәсәй-Ҡытай Ҡышҡы уйындары асыла. Ярыштар хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек, саңғы, сноуборд буйынса уҙасаҡ.

Шуныһы ҡыҙыҡ: хоккей боҙо шорт-трек өсөн ярамай. Уны ике сантиметрға ҡалынайтырға һәм йомшағыраҡ итергә кәрәк икән.

Сараны тантаналы асыу сәғәт 4-тә “Өфө-Арена”ла уҙасаҡ. Уйындар үҙе 16 декабрҙә башлана. Ябыу тантанаһы иһә 18 декабрҙә сәғәт 5-тә буласаҡ.

“Өфө-Арена”, Спорт һарайы, “Биатлон” спорт комплексы, тау саңғыһы буйынса спорт мәктәбендә тамашасыларҙы көтәләр. Бөтә ярыштарға ла инеү бушлай.


Вернуться назад