Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 10-14 йәшлек балалар өсөн ойошторолған Яңы йыл шыршыһында ҡатнашасаҡ. Баш ҡалаға байрамға республиканың 11 балалар йортонан уҡыуҙа, ижади һәм интеллектуаль эшмәкәрлектә юғары уңыштарға өлгәшкән, конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа еңгән 15 тәрбиәләнеүсе саҡырылған.
— 24 декабрҙә иртән балалар “Өфө” халыҡ-ара аэропортынан оса. Мәскәүҙә уларҙы “Аквариум” һәм “Арт Мәскәү” ҡунаҡхана комплексына урынлаштыралар. Сараның программаһы бай һәм ҡыҙыҡлы. Балаларҙы ҡала буйлап экскурсия, “Танышыу кисәһе”, яңы йыл дискотекаһы, океанариум көтә. Шулай уҡ улар Яңы йыл балында ҡатнаша һәм “Ал сәскә” боҙ тамашаһын ҡарай, — тип хәбәр иттеләр республика Мәғариф министрлығында.