Конституция көнөнә Мәскәүҙә ҙур бүләк әҙерләнде – төрлө милләт халыҡтары Рәсәй гимнын башҡарҙы.
Был сарала профессиональ һәм үҙешмәкәр артистарҙан 126 кеше ҡатнашты. Мәҫәлән, удмурттарҙың билдәле “Буранов өләсәйҙәре”, татарҙарҙың “Иҙел”, сиғандарҙың “Ромэн”, казактарҙың “Казачья станица”, Алла Духованың “Тодес” һәм башҡа төркөмдәр сығыш яһаны.
Ә Башҡортостанды Мәскәүҙәге “Аҡ тирмә” башҡорт фольклор ансамбле лайыҡлы танытты.