Туйыңа бер йыл алдан әҙерлән15.12.2018
Хәҙер өйләнешергә теләүселәргә тағы ла уңайлыраҡ шарттар булдырыласаҡ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары оҙаҡламай уҙасаҡ пленар ултырышта Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индерергә ниәтләй. Уға ярашлы, өйләнешергә теләүселәр ғаризаны элекке кеүек бер ай ғына түгел, ә бер йылға алдан тапшыра аласаҡ.

Республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, үҙгәрештәр уңайлылыҡ өсөн эшләнә. Әле, ҡануниәткә ярашлы, ғариза тапшырып бер ай үткәс, парҙар теркәлә. Был ЗАГС өсөн бик ҡулай түгел, уларға айырым бер даталарға тура килгән көсөргәнеште яйға һалыу ауырлаша. Ә йәштәр туйҙарының көнөн үҙ аллы билдәләүҙә сикләнә, буш булған көндө һайларға мәжбүр ине. Закон ҡабул ителгәс иһә, бер айҙан бер йылға тиклемге арауыҡта теләгән ваҡытты билдәләй аласаҡтар.


Вернуться назад