Аванс түләү мәжбүри түгел24.05.2012
Аванс түләү мәжбүри түгелХеҙмәт ветераны Ю. Вәлиевтең редакцияға ебәргән хатына “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән яуап алдыҡ.
“1271582-се шәхси иҫәп буйынса элемтә хеҙмәтенә 184 һум күләмендәге һуңғы түләү ошо йылдың 28 ғинуарында башҡарылған. Был сумма 2011 йылдың декабрендә күрһәтелгән элемтә хеҙмәте өсөн түләнгән. Февралдә ғинуар айы өсөн 170 һум 6 тин түләргә тейеш булғанһығыҙ, әммә иҫәпкә аҡса күсерелмәгән. Шулай итеп, март айында түләүҙәр суммаһы, февралдекен дә ҡушҡандан һуң (170,06 һум һәм 184,17 һум), 354,23 һум тәшкил иткән.
2011 йылдың сентябренән элемтә хеҙмәттәренә түләүҙә аванс индереү юлы ла ҡулланыла. Был ысул ирекле, шуға күрә элемтә хеҙмәтенә элеккесә түләй алаһығыҙ”.
“Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Р. Сафиев абонентҡа абонент линияһын даими файҙаланыуға тапшырған өсөн түләү буйынса ла төплө аңлатма биргән. Абонент линияһы — телефон аппараты менән элемтә селтәре араһын бәйләүсе линия. Уның ярҙамында телефон бәйләнеше хеҙмәтенән тәүлек әйләнәһендә файҙаланыу мөмкинлеге бар.
Тарифтар буйынса федераль хеҙмәттең бойороғона ярашлы, абонентҡа линияны даими файҙаланыуға биргән өсөн түләү 150 һум тәшкил итә, бер минутлыҡ телефон бәйләнешенең хаҡы — 34 тин.
Урындағы телефон бәйләнеше өсөн түләү Рәсәй закондарына ярашлы көйләнә.
“Мобиль элемтәнең киң үҫешенә, Интернеттың ҙур мөмкинлектәренә ҡарамаҫтан, сымлы телефон бәйләнеше элеккесә ихтыяж менән файҙалана.
Көндәлек тормошта ла, предприятие-ойошмалар эшмәкәрлегендә лә сымлы элемтә уңышлы ҡулланыла, сөнки уға ғына хас айырым өҫтөнлөктәрҙе (тотороҡлолоҡ, юғары сифат, экологик яҡтан хәүефһеҙлек) һис тә инҡар итеп булмай. Иң мөһиме: сәләмәтлеккә зыян килтермәй, сөнки уның электромагнитлы нурланыш сығанағы юҡ”, — тиелә яуапта.


Вернуться назад