Сибайҙа эвакуация була ҡалһа, халыҡты ҡабул итеү өсөн 1750 кешегә иҫәпләнгән 27 пункт әҙер. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса төбәк идаралығы хәбәр итеүенсә, әлегә бындай зарурлыҡ юҡ.
Һауаны бысратыуға килтергән ғәҙәттән тыш хәлдең эҙемтәләрән бөтөрөү өсөн барыһы ла башҡарыла. Әле эштәрҙә 107 кеше һәм 35 берәмек техника ҡатнаша.
Атмосфера һауаһын һынауға алыу һәм лабораторияла тикшереү дауам итә. Ҡала хакимиәте халыҡҡа даими рәүештә мәғлүмәт биреп тора. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү өсөн телефон һандарын хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: берҙәм номер – 112, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының “ышаныс телефоны” – 8(347)233-99-99.