Эйе-эйе, арабыҙҙа кеше үлгән өсөн шатланғандар ҙа бар.
Кемгәлер әйтеп аңлатҡыһыҙ ҡайғы ишелһә, икенселәр ошо арҡала кәсеп итә. "Кеше үлде" тигән хәбәрҙе ишетеү менән уларҙың күҙ алдында аҡса хасил булалыр, моғайын.
Ишембай районында 43 һәм 27 йәшлек милиция хеҙмәткәрҙәре лә тап мәйет өҫтөндә аҡса һуҡҡан. Эш былай була. 2015 – 2017 йылдарҙа оператив дежурный һәм уның ярҙамсыһы Ишембай ҡалаһы һәм районындағы үлгән кешеләр хаҡында урындағы "Хәтер" хеҙмәтләндереү салонына ватсаптан "ҡыуаныслы" хәбәр еткереп тора. Һәр яңылыҡ өсөн директор егеттәрҙең банк картаһына берәр мең һум әжер күсерә. Кәсеп шәп бара. Был осорҙа уларҙың береһе 80 мең 500 һум аҡса эшләһә, икенсеһе 48 мең 500 һум өҫтәмә килем ала.
Тәртип һаҡсылары вазифаһынан бушатылған, енәйәт эше прокуратураға ебәрелгән. Бынан һуң улар аҡсаны былай табырға ярамағанын аңлар, моғайын.