Өфөнән Нижневартовскиға йүнәлгән самолет осоу һыҙатында ҡойроғо менән ергә һуғылған. Бәхеткә күрә, пассажирҙарҙың береһе лә зыян күрмәгән.
“Урал авиалиниялары”ның Airbus A321 самолеты, ныҡ ҡына бәрелеүенә ҡарамаҫтан, һауаға күтәрелгән. Экипаж командиры “ҡойроҡтоң” зыян күреү ихтималлығы тураһында хәбәр иткән. Шунда уҡ осоуҙо туҡтатып, самолетты яҡындағы аэродромға ебәрергә ҡарар ителгән.
Лайнер Екатеринбургтағы “Кольцово” аэропортына килеп төшә. Бында авиакомпанияның ремонтлау базаһы бар икән. Самолет әлегә осоуға сыҡмай торасаҡ, уны техниктар тикшерә.