Рок тере. Мәннән дә тере14.12.2018
Башҡорт рок-музыка яратыусылары йәнә Өфөлә “Урал батыр” республика фестивалендә йыйыласаҡ. Икенсе йыл рәттән уҙғарылған үҙенсәлекле проект быйыл “Дәрүишхан” төркөмө етәксеһе Дим Мәннән Ҡоләхмәтовтың яҡты иҫтәлегенә арналасаҡ.

Фестиваль йәмғеһе өс этаптан тора. Йомғаҡлау концертына үткән йырсыларҙы һәм ижади коллективтарҙы Башҡортостандың сәнғәт һәм мәҙәниәт әһелдәре баһалап, иҫтәлекле сувенирҙар тапшырасаҡ.

“Урал батыр” башҡорт рок фестиваленең маҡсаты – ошо йүнәлештә сығыш яһаған һәләтле музыканттарҙы табыу һәм уларҙың ижады өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, йәш быуын араһында үҙебеҙҙең моңға, телгә ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү уятыу.

Сараның ойоштороусылары – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йорто.



Вернуться назад