Истәктәр хәл итер!14.12.2018
“Йәмил” мәсете – Истәк ауылының йәме. Алты йыл элек төҙөлгән күркәм ғибәҙәтхананың манараһы әллә ҡайҙан күренеп, халыҡты иманға саҡырғандай, изге юл теләгәндәй.

– Әммә ҙур бер проблема бар, – ти имам-хатип Д.Борханов. – Бина алты йыл буйы электр менән йылытыла, һөҙөмтәлә был йәһәттән сығым ифрат ҙур. Ҡаҙанлыҡ боҙолған осраҡтар ҙа була. Ҡыш бинала һалҡын. Мәсьәләне хәл итеү юлы – “зәңгәр яғыулыҡ” үткәреү. Иҫәпләүҙәр буйынса, проектты тормошҡа ашырыу өсөн ике йөҙ мең һумдан ашыу аҡса кәрәк. Был сумманы йыйыуҙа ауыл халҡының, ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың ярҙамына өмөтләнәбеҙ. Дөйөм көс менән барыһы ла ыңғай хәл ителер тип ышанабыҙ.

Имам-хатип әйтеүенсә, урындағы халыҡ “Йәмил”дең тупһаһына саң ҡундырмай. Мәсеттә, йома ғибәҙәттәре, ғәйет байрамдары менән бер рәттән, һәр быуын вәкилдәре өсөн дин дәрестәре, осрашыуҙар, фекер алышыуҙар даими уҙғарыла, айырыуса йәштәр араһында ныҡлы аңлатыу эштәре алып барыла.

Бинаны йылытыуҙың ҡыйбатҡа төшөүенә килгәндә, был сығым күп урында мәсеткә килгән аҡса менән ҡаплана. Тимәк, хәйер иҫәбенә. Сумманы түләй алмаған хәлдә, бәғзе имамдарҙың үҙ аҡсаһын да биреүе мәғлүм. Ошонан сығып, “Йәмил” мәсетен йылытыу мәсьәләһе оҙаҡ көттөрмәй яйға һалыныр, халыҡ дәррәү булышлыҡ ҡылыр тигән ышаныста ҡалайыҡ.


Вернуться назад