Малаяҙҙа ниңә аяҙ?14.12.2018
Салауат районы имам-мөхтәсибе Мөҙәрис хәҙрәт Фәрхиев ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе: Малаяҙ мәсете 20 йыллығын төҙөкләндерелгән бинала ҡаршылаған.

– Яңыртыу эштәре һуңғы йылдарҙа әүҙем барҙы, – тине ул. – Әлбиттә, барыһы ла изгелекле ҡәрҙәш­тәребеҙҙең ярҙамы менән атҡарылды. Айырыуса эшҡыуар Раян Әминев ныҡлы булышлыҡ ҡылды. Ҡыйыҡты, тәҙрәләрҙе алмаштырыу, яңы манара ҡуйыу, бинаны йылытыу – быларҙың барыһы өсөн дә рәхмәтебеҙ ҙур ҡәрҙәшебеҙгә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул мәрхүм инде хәҙер. Изге ғәмәлдәрен, әл-хәмдү лил-ләһ, ҡатыны, балалары дауам итте. Ҙур рәхмәт уларға, Аллаһ Тәғәлә үҙҙәрен ырыҫ-бәрәкәттән айырмаһын, иншаллаһ!

Имам-мөхтәсиб әйтеүенсә, тулыһынса төҙөклән­де­релгән мәсет заманса төҫ алған. Уның ҡапҡаһы ла яңыртылған: йүнсел Шамил Ғәлимов тимерҙән сүкеп эшләп биргән.

– Иман йортонда хәҙер шул ҡәҙәр йылы, уңайлы, – ти Мөҙәрис хәҙрәт. – Егерме йыллыҡ байрамды иһә киләһе йыл, көндәр йылынғас, ҙур итеп үткәрергә ниәтләйбеҙ, иншаллаһ.




Вернуться назад