Доғалы ерҙән ырыҫ китмәй14.12.2018
Мәғлүм ки, Балтаста киң билдәле иман йорто – Иҫке Яҡшый мәсете бар. Эшмәкәрлегенә быйыл 270 йыл тулды. Ошо ваҡыт эсендә туҡтауһыҙ хеҙмәт күрһәткән ул. Ғибәҙәтханаға шул яҡтағы 18 район халҡы йөрөгән. Эйе, элек-электән иман көслө булған был төбәктә.

“Әл-хәмдү лил-ләһ, мәсетһеҙ ауыл­дарыбыҙ бик аҙ ҡалып бара. Хатта ки халыҡтың күпселеген ҡатнаш ғаиләләр тәшкил иткәндәрендә лә иман йорто бар һәм уңышлы эшләй. Был, әлбиттә, төбәгебеҙҙәге төрлө милләт вәкилдәренең татыу йәшәүенә аныҡ дәлил”, – тигәйне бер әңгәмәһендә Балтас районының имам-мөхтәсибе Рәшит хәҙрәт Шәйхәйҙәров.

Әле был төбәктә 35 мәсет эшләй, йәнә икәү төҙөлөү өҫтөндә. Урындағы диндарҙар хәбәр итеүенсә, күптән түгел Усман ауылындағы иман йорто бинаһы тәбиғи газ яғыулығына тоташты­рылған. Ошо ваҡиға уңайынан ойошторолған осрашыуҙа район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев та ҡатнашҡан. Ул ауыл халҡы, дин юлындағы ҡәрҙәштәребеҙ менән ихлас аралашҡан, төрлө һорауҙарға яуап биргән, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары хаҡында фекер алышҡан.




Вернуться назад