— Башҡортостандың ҡәҙерен белер өсөн сит-ят яҡта йәшәп ҡарарға, кәмендә йөрөп күрергә кәрәк, — ти Силәбе өлкәһе Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһының “Дуҫлыҡ” милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Хәлиҙә Рәүил ҡыҙы Фәхретдинова.
Бында башҡорт һәм татар ойошмаһы булдырылыуға — 20 йыл. Телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ тип янып йәшәгән милләттәштәребеҙҙе берләштерә ул.
— Үҙебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе белеү, үҫтереү буйынса эш алып барабыҙ. Ҡәрҙәштәребеҙ менән йыйылышып, һөйләшеп, аралашып, һабантуйҙар, шиғыр, йыр кисәләре үткәреп торабыҙ. Үҙәктең советы, йәғни кәңәшселәр ҡоро бар. Бик әүҙемдәр милләттәштәребеҙҙе йыйып, ҡоролтай ҙа үткәрҙек. Бер-беребеҙҙе таптыҡ, күрештек, аралаштыҡ, хәл-әхүәлен белештек, иртәгәһе көнөбөҙ, киләсәгебеҙ тураһында фекер алыштыҡ, пландар ҡорҙоҡ. Балаларыбыҙҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү, бер-береңә ярҙам итешеү, тупланып, аралашып йәшәү тураһында кәңәшләшеү һәммәбеҙ өсөн дә фәһемле булды. Бергә булғанда, бер-береңде тартҡанда ғына тормош еңелерәк, — тип яңылыҡтары менән уртаҡлаша Хәлиҙә Рәүил ҡыҙы.
Башҡорт һәм татарҙар ойошмаһы ағзаларының күбеһе сығышы менән Салауат районынан. Хәлиҙә Фәхретдинованың да ата-әсәһе Салауат еренән. Атаһы Рәүил Әбүбәкер улы — Башташ, әсәһе Хәмирә Насип ҡыҙы — Юлай ауылынан. 22 йыл Ҡатау-Тамаҡта уҡытыусы булып эшләгән. Ләйсән, Ильяс исемле башҡорт рухлы балалар үҫтергәндәр.
Әлкә ауылында тыуып үҫкән Рәйес менән Тәнзилә Таһировтар, Зилә Нотфуллина, Марина Килсурина, Хәтирә Хажиева, Мәүлимә Хилажева, Венера Иҙрисова, Сания Абдуллиналар “Дуҫлыҡ”тың күптәнге һәм иң әүҙем ағзалары.
Осрашыуҙарҙа яңы йырҙар башҡара, яңы яҙылған шиғырҙарын һөйләп ишеттерә улар бер-береһенә. Йәй Салауат эҙҙәре буйлап сәйәхәткә сығырға ла йыйыналар. Милләттәштәребеҙҙе берләштергән бына шундай ойошма бар Ҡатау-Тамаҡта.
Ирина НУРИЕВА.
Салауат районы.