Подъездан башланған тәрбиә нимәгә илтә?Киләһе йылдың ғинуарынан республикала подъездарҙы ремонтлау буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Төп маҡсат – һәр кешенең иртәһе матурлыҡтан илһам алып башланырға тейеш. Исламда был йәһәттән ни әйтелә?
Динебеҙҙең нигеҙе – таҙалыҡ, матурлыҡ. Әҙәм балаһының күңеле пак, саф булырға, кейеме, йәшәгән урынының йыйнаҡлығы, күркәмлеге менән һоҡландырырға тейеш. Мәғлүм ки, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм гелән шуға саҡырған. Уның аҡ төҫтәге кейемгә өҫтөнлөк биргәне, һәр йәһәттән таҙалыҡҡа әйҙәгәне билдәле. Йыйыштырылған, төҙөк урында сәләмәтлек була, ә һаулыҡ – Исламда иң юғары төшөнсә. Ошонан сығып әйткәндә, күңел бөтөнлөгөнөң нигеҙе – йәшәгән ереңдең, эргә-тирәңдең таҙалығында, матурлығында. Ғәмһеҙлек, ялҡаулыҡ сәбәпле ҡыйланған, емерелгән, бысратылған урында иһә төрлө ауырыу тамыр йәйә.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Әҙәм балаһының бәхете – йортоноң күркәм, яҡты булыуында”, – тигән. Ғаиләңде хәстәрләү, балаларҙы уңайлы шарттарҙа тәрбиәләү – Исламда бөйөк тәғлимәттәрҙең береһе. Йәшәгән урының матур, нурлы икән, өйҙә гелән тыныслыҡ була. Әҙәм балаһы бындай “ҡәлғә”лә күңеленә рәхәтлек табып, рух, дәрт, көс туплап йәшәй. Белеүебеҙсә, йорт тәҙрәләренең ҡояшҡа ҡаратып урынлаштырылыуы ла мөһим. Яҡтылыҡ төшмәгән өйҙө төрлө сир һағалап тора, унда хатта гөл дә үҫмәй.
Йәшәгән урындың матурлығы, төҙөклөгө, уңайлы шарттар ғаиләнең ныҡлығына, балаларҙың тәрбиәлелегенә нигеҙ һала. Йәш быуын бындай мөхиттә яҡтыға ынтылып, булғандың ҡәҙерен белергә, һаҡларға өйрәнеп, берҙәмлеккә таяныу мөһимлегенә инанып үҫә. Иншаллаһ, улар үҙҙәре лә балаларын шулай тәрбиәләйәсәк. Ә көн дә бысраҡ, ҡарауһыҙ подъездарҙы күреп үҫкәндәр киләсәктә ниндәй булыр?..
Кеше ҡайҙа ғына йәшәмәһен – шәхси өйөндәме, күп ҡатлы йорттамы – үҙен хужаларса тойорға, тимәк, ошо урынды хәстәрләргә, ҡәҙерләргә тейеш. Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһын Ер йөҙөн йәмләү өсөн ебәргән. Ә матурлыҡ тиҙ тарала. Мәҫәлән, кемдер ишегенең төбөнә гөл ултыртып ҡуйҙы икән, күршеһендәге малай бында сүп ташларға, диуарға ниҙер яҙырға ҡыймаясаҡ. Ошолай һәр тупһанан, подъездан, йорттан башланған матурлыҡ, тәрбиәлелек, күркәмлек тора-бара бар донъяны яҡтырта.
Таҙалыҡ, төҙөклөк – күңел бөтөнлөгөнөң, имен тормоштоң нигеҙе. Йортоң ниндәй – илең дә шундай. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Ватанды һөйөү – имандың бер өлөшө” тигән һүҙҙәренең хаҡлығын йәнә бер ҡат раҫлай был.