Урман буйында – тиҫтерҙәремдең йөҙө.Беҙ, бер төркөм бала-саға, ҡарағай ултыртырға тип, ҡарт урмансының атына эйәреп, ауылдан алты саҡрымдағы йылға буйына килеп еткәндә, төш етеүгә байтаҡ ваҡыт бар ине әле.
Кисеүҙе сығып, юл менән аҙ ғына аҫҡараҡ төшкәс, ҡарт арыҡ атын шундағы яңғыҙ ҡайын төбөнә туҡтатты. Уның менән ултырып килгән кәшәүәр апай арбанан кәрәк-ярағын алып, ҡайын төбөнә ташыны.
Бил яҙмай эшләнек...Ҡарт арыҡ атын тышап ебәрҙе.
– Ныҡ йонсоно малҡай, тешенә ҡыҫтырып ҡуйырлыҡ һоло ла юҡ бит, исмаһам, – тип атын йәлләп ҡуйҙы ул.
Уртаса буйлы, ҡаҡса ғына ҡыҙыл йөҙлө, ап-аҡ һаҡаллы ҡарт, башына бейек түбәле фуражка, өҫтөнә иҫке хәрби мундир кейеп, билен ҡаптырмалы ҡайыш менән быуып ҡуйған. Галифе салбары ла үҙенә килешеп тора. Ошо кейем уны олпат ҡына күрһәтә һәм нисектер ҡаҙна кешеһен хәтерләтә.
– Бында барлығы ун бер гектар һөрөлгән ер, – тине ул, беҙҙе эш урындарына алып барып, – ҙурыраҡтарығыҙ оя яһар, ҡалғандарығыҙ ҡарағай ултыртыр. Тәүҙә үҙем күрһәтеп бирәйем.
Ул аралары ике аҙымдай итеп юлаҡлап һөрөлгән бураҙналарҙың береһенә оялар яһаны, хәлһеҙ генә бер нисә ҡарағай үҫентеһен алып, тамырҙарын төҙәткеләп, ултыртып, ян-яҡтарына ипләп кенә баҫып сыҡты.
– Нисек ултыртырға икәнлеген күрҙегеҙ, Аллаға тапшырып башлайыҡ, – тип әйткәс, берҙәм эшкә тотондоҡ.
Эшебеҙ бик ырамлы барҙы, хатта төш еткәнен дә һиҙмәй ҡалғанбыҙ.
Беҙ табынға төшөүгә, кәшәүәр апай ашын бешереп, сәйен ҡайнатып та ҡуйғайны. Йыуынып алғас, сеүәтәләребеҙҙе алып, ҡаҙан янына йыйылдыҡ. Апай мул ғына итеп балыҡ күҙендәй майы йөҙөп йөрөгән ҡыҫыр туҡмас, ҡалын ғына итеп теленгән икмәк таратты. Урмансы ҡарт тәһәрәтләнеп, өйлә намаҙын уҡығас, кәшәүәр апай менән шул яңғыҙ ағас төбөнә ултырып ашап алдылар.
Тамаҡ туйҙырып, бер аҙ ял иткәс, дәртләнеп тағы ла эшкә тотондоҡ. Ҡарт та тик торманы, эш барышын күҙәтте, тамырҙары кипмәһен өсөн, батҡаҡҡа батырылған ағас үҫентеләрен беҙгә ташыны. Ҡояш байырға тышау буйы ҡалыуға, һөрөлгән ерҙең яртыһынан күбенә ҡарағай ултыртып бөткәйнек инде.
Иртәгәһенә лә бил яҙмай эшләнек. Кисәгеләй берәр телем икмәк һәм йыуа туралған ҡыҫыр туҡмас менән һыйландыҡ. Төштән һуң да тырышып эшләнек, ә инде кискә табан бар бураҙналар ҙа беҙ ултыртҡан хәлһеҙ ҡарағай үҫентеләре менән сыбарланғайны.
– Аҙыраҡ он бар, хәҙер шуны өләшеп бирермен, – тине ҡарт һәм, арбаһы төбөнән башмаҡ башындай моҡсай сығарып, ундағы ондо ҙур ғына ағас ҡалаҡ менән көнөнә бер ҡалаҡ иҫәбенән беҙгә тарата башланы. Һәр беребеҙгә икешәр ҡалаҡ он тейҙе. Арабыҙҙа бик тә уҫал апай булып, ул иң аҙаҡ арба янына килде лә, ҡартҡа яман ҡарап:
– Әстәғәфирулла, был бит колхоз эше түгел, ә ҡаҙнаныҡы! Ҡаҙна пулный хаҡын түләп эшләтә, ондоң күбеһен өйҙә ҡалдырғанһың инде, оятһыҙ! Етмәһә, кеше ышандырып намаҙ уҡыған була, Алланан йәйәү ҡасҡан сәлләле ҡараҡ! Аша, минең өлөшөмдө лә аша, үҙеңде лә, атың менән ҡуша йәшен атҡыр, аша! – тип өлөшөнә тейгән ондо алмай китте.
Беҙ ултыртҡан ҡарағайҙар...Ошо ауыр һүҙҙәр ҡарт өсөн, ысынлап та, йәшен атҡандай тойолғандыр, ул турайып баҫып, беҙгә ғәйепле кеше һымаҡ ҡарап торғандан һуң, түш кеҫәһенән бер ҡағыҙ сығарып, уны ҡалтыраған ҡулы менән бер апайға һондо.
– Ҡыҙым, бына ошо ҡағыҙҙы барыһына ла уҡып ишеттер әле, урыҫса яҙылған ул, аңлатып бирегеҙ.
Апай, ҡағыҙҙы алып, ҡысҡырып уҡый башланы: “Отпущена мука пшеничная через лесника обхода три в количестве двадцать килограммов для лесопосадки на площади 10,6 га. Бухгалтер, подпись. 26 апреля 1948 года”.
Был ҡағыҙға шырпы ҡабындай штамп та ҡуйылғайны.
– Барыһы ла дөрөҫ, – тине уҡыған апай, – барлығы 20 кило он бирелгән, унан бешерелгән икмәкте, туҡмасты ике көн ашаныҡ, ә ҡалғанын өләшеп бирҙе, беҙ бит бында 47 кеше, рәхмәт һеҙгә, олатай, шунан башҡа һүҙебеҙ юҡ.
Теге уҫал апай ҙа үҙ ғәйебен таныны булһа кәрәк, ҡартҡа яйлап ҡына яҡын килде лә, иламһыраған тауыш менән:
– Олатай, һеҙгә әйткән ауыр һүҙҙәремде кире алам, бинахаҡҡа рәнйеткәнем өсөн ғәфү ит, – тине, илар сиккә етеп.
– Ярай, ҡыҙым, рәнйемәгеҙ. Мин бит барыһын да аңлап торам, бер уйлаһаң, иҫ китерлек, уйламай ҙа донъя көтөрлөк, тип боронғолар әйткән бит. Ярай әле теге ҡағыҙҙы яҙҙырып алғанмын, ә инде ондоң усҡа һалып өрөп осорорлоҡ бер мыҫҡалын да өйөмдә ҡалдырманым, ҡара ондан ғына туҡмас бешереп булмай бит, шуға ла өйөмдән ярты тоҡтай картуф, ашҡа һалыр өсөн бер йомғаҡ май ҙа алдым, ә инде йыуаны тауҙан йолҡтом, ана шулай хәстәрләп тамаҡтарығыҙҙы туйҙырырға тырыштым. Һеҙ ултыртҡан ҡарағайҙар бер ваҡыт урман булып ҡалҡып сығыр, үҙегеҙҙән бер иҫтәлек булып ҡалыр, тик мин күрмәм, ҡартайҙым инде, – тине ҡарт.
Уға рәхмәт әйтеп, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Оло юлда һары сәсле, сибәр йөҙлө Әнүәрә исемле ҡыҙыҡай:
– Ағиҙелкәй һыуы бигерәк һалҡын,
Рамай,
Һалҡын һыуҙа нисек йөҙөрбөҙ.
Һалҡын булһа ла, беҙ йөҙөрбөҙ,
Рамай,
Ай(ы)рылышһаҡ нисек түҙербеҙ, –
тип моңло тауыш менән йырлап ебәрҙе. Башҡалар ҙа уға ҡушылды. Аҙаҡ “Сәрмән”, “Күк күгәрсен”де һәм башҡа йырҙарҙы йырлап, кемдер ялан аяҡ, кемдер сабаталары менән шаҡмаҡ-шаҡмаҡ эҙҙәр ҡалдырып ауылыбыҙға индек. Барыбыҙҙың да күңелдәре көр, йөҙҙәре шат ине. Иртәгә – 1 май!
Етем ҡыҙҙарҙы ла йәлләмәнеләр...Ул саҡтан 70 йыл ваҡыт үтеп тә китте. Беҙ ултыртҡан хәлһеҙ генә ҡарағайҙар хәҙер инде ҡарурманға әйләнде. Йыл да тигәндәй ошо ҡарағай урманы янынан үтәм. Быйыл да шул төбәктә кәрәкле ағас эҙләп байтаҡ йөрөгәндән һуң, теге яңғыҙ ҡайын төбөнә хәл алырға тип килеп ултырҙым. Ирекһеҙҙән малай саҡтарым, ошо яңғыҙ ҡайын төбөндә ҡыҫыр туҡмас ашағаныбыҙ, ҡаты аслыҡ һәм яланғаслыҡ, көс еткеһеҙ түләүҙәр, мәңге кипмәҫ кеүек тойолған күҙ йәштәре күҙ алдымдан бер-бер артлы үткәндәй булды…
Беҙҙең артта, йылға аръяғында, иҫке генә дүрт мөйөшлө өйҙә үкһеҙ етем ҡыҙҙар – ике туған Гөлйыһан менән Миңйыһан апайҙарым – йәшәне. Балаҫтары булмағанлыҡтан, урындыҡтарына тирмән быуаһы ситенән йыйып алып, септә һымаҡ итеп туҡылған ҡамыл балаҫ түшәнеләр, бер-ике сеүәтә, ситтәре кителеп бөткән бер нисә ағас ҡалаҡтан башҡа һауыт-һабаһы булманы. Һыуҙы бер яҡ ҡолағы ҡубып төшкән иҫке генә еҙ самауыр менән ташынылар.
1947 йылда колхоз рәйесе, өйҙәренә инеп, ошо ике үҫмер ҡыҙҙы, төрткөләй-төрткөләй ҡыуып сығарып, Кананикольскиға ағас ҡырҡырға барыусыларҙың санаһына бер тәғәм ризыҡһыҙ ултыртып ебәрҙе.
– Анау йылы ағас баҫҡанда үлһәм, яҡшы булыр ине, – тип Гөлйыһан апайым сеңләп илай-илай китте.
Ул 1944 йылда, Бөрйәндә бүрәнә ҡырҡҡанда ағас баҫып, саҡ-саҡ үлмәй ҡалғайны.
Мәңгелеккә ҡалғандарАҡса төҫө күрмәгән ас, яланғас халыҡҡа көс еткеһеҙ түләүҙәр һалып, ныҡ йонсоттолар. Ирҙәре һуғышта ятып ҡалған тол ҡатындар, бурыстарын бер аҙ кисектереп торһондар өсөн, яуыз түрәләргә һатылды, ҡайһылары Үзбәкстан яғына сығып китте.
1949 йылдың май башында колхоз аттарын йәш егет Рамаҙан Аллағужин менән уларҙы ҡараған Ғәтиәтулла ағайҙы “берәүҙең ике күнәк картуфын урлағандар” тип, икеһен дә етешәр йылға төрмәгә ултырттылар. Ғәтиәтулла ағайҙың ҡатыны Шәрифә еңгә өс балаһы менән тороп ҡалды, үтә лә күп түләүҙәрен күтәрә алмағас, уларҙың һыйырын милиционер килеп алып сығып китте. Ярай әле йәш танаһы тороп ҡалды.
Бер йылдан уныһы быҙаулап биреүгә, еңгәнең түләүҙәре тағы ла күбәйеп китте. Бер көн көтөү ҡайтҡас, уларға сәүит рәйесе, милиционер һәм активист булып йөрөгән уҡытыусы апай (ул апай мине лә уҡытты – авт.) тана һыйырҙарын тартып алырға килде. Шәрифә еңгә, баҡсаһында көнбағыш таяғы һәм сыбыҡ-сабыҡ үртәп йөрөп, балаһын имеҙергә генә ултырғайны. Тегеләр уның танаһын дилбегә менән ҡармап тотоп алып сыға башлағас, еңгә уларға ҡаршы тормаҡсы булды. Тик теге уҡытыусы апай еңгәйҙең ҡулынан йәш балаһын тартып алып, дөрләп янған ут эсенә ырғытты. Әсә балаһы артынан ут эсенә һикерҙе һәм сәсе янып, күлдәге янып-өтөлөп, балаһын ут эсенән алып сыҡты. Еңгәй иҫе китеп, ни илай, ни ҡысҡыра алмай торғандан һуң: “Йәшен атҡырҙары!” – тип ҡысҡырҙы ла иларға тотондо.
Иртәгәһенә ошо төркөм, һыйырыбыҙҙы тартып алырға тип, беҙгә килгәс, әсәйем илай-илай, ялбара-ялбара һыйырыбыҙҙың мөгөҙөнән ике ҡуллап тотоп алғас, милиционер уның уң ҡулының урта бармағын пистолет тотҡаһы менән һындыра һуҡты. Һыйырыбыҙҙы алып сығып та киттеләр. Әйткәндәй, Шәрифә еңгәнең Рәйсә исемле 74 йәшлек ҡыҙы – ошо ваҡиғаларҙың тере шаһиты.
...Беҙ ултыртҡан ҡарағай урманы янындағы яңғыҙ ҡайын төбөндә уҙған ҡәһәрле тормошобоҙҙо, малай сағымды уйлап бер аҙ ултырғандан һуң ҡайтырға сыҡтым. Бер аҙ барғас, туҡтап тағы ла ҡарағай урманына боролоп ҡараным. Унда, урман ситендә, тиҫтерҙәремдең йөҙҙәрен күргәндәй булам, улар барыһы ла бергәләшеп миңә ҡул болғай, эш хаҡына алған ике ҡалаҡ ондо күрһәтеп, ниҙер ҡысҡырыша һәм шағир Яҡуп Ҡолмой һүҙҙәренә яҙылған Заһир Исмәғилевтең “Былбылым” көйөнә:
Йәшәнек беҙ ерҙә һинең менән бергә,
Һөйәктәребеҙ күптән ҡәберҙә.
Ошо ҡара урман иҫтәлек ул беҙҙән,
Һау бул, ҡорҙаш, беҙҙе хәтерлә, –
тип үҙҙәренең моңдары менән мине оҙатып ҡалғандай тойолдо.