Кем милләт әсәһе була ала?14.12.2018

Өлгөлө, күпте күргән ағинәй.

Үҙемде башлыса публицист итеп тойһам да, халыҡ мине кроссвордтар төҙөүсе тип таный һәм белә. Яңыраҡ берәүҙең Марсель Ҡотлоғәлләмов менән минең публицистиканы яратып уҡығанын ишетеп ҡыуанғайным. Һуңыраҡ уға 90 йәш икәнен бел­гәс, бөтөнләй аптырап ҡалдым.

Мәҡәләләребеҙҙә беҙ күтәргән мәсьәләләр менән ҡыҙыҡ­һын­ған был оло кеше янына бармай түҙә алманым. Үҙемдең күпте күргән олатайым һәм өләсәйем­де һөйләтеп, уларҙың тормошо, донъяға ҡарашы тураһында яҙып алып ҡалмаған үкенесем дә күптән күңелде өйкәй ине...

– Күптән түгел Халыҡ-ара ауыл ҡа­тын-ҡыҙҙары көнө булып үтте. Был байрам ни өсөн билдәләнә икән? Ауыл ҡатын-ҡыҙы башҡаларҙан нимәһе менән айырыла?

– Ҡала тормошо еңелерәк шул. Көнөнә һигеҙ сәғәт, аҙнаһына биш көн эшләнең дә бөттө. Ҡалған ваҡытыңды йәнең теләгән шөғөлөң менән булышырға мөмкин. Ауыл ерендә ҡатын-ҡыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел бит.

– Йырлап-бейеп йөрөгән ҡатын-ҡыҙ хәҙер ауыл ерендә лә күп бит...

– Хәҙер кеше бәрәңге ултыртмай, мал аҫрамай. Бөтөн әҙер ризыҡты магазинда һатып алып була. Ауыл ҡыҙҙары еңел тормош эҙләп ҡалаға китергә тырыша, төбәктә ҡалған егеттәргә өйләнергә кәләш табыу еңелдән түгел. Ауылда эш юҡ. Элек бригадир халыҡты ҡыуып тигәндәй баҫыуға, фермаға сығара торғайны, хәҙер уныһы ла бөттө. Ауылда буш торған өйҙәр бик күп. Һыу, газ, асфальт үтеүгә ҡарамаҫ­тан, ул әкренләп бөтөүгә табан бара. Элек уҡыусылар урам тултырып мәктәпкә китә, шау-гөр килеп ҡайта торғайны, ауыл йәнле ине. Ғаиләләр ҡоролмағас, балалар һаны ла кәмене. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына ла йырлап-бейергә генә ҡалды..

– Ҡалаға күскән ауыл гүзәл заттары ниндәй мөһим сифаттарын юғалта?

– Хәҙерге ҡатын-ҡыҙ гәзит-журнал, китап уҡымай. Беҙ йәш саҡта әлегеләй фә­һемле мәҡәләләр яҙған гәзиттәр булманы бит. “Эш күп, ваҡыт юҡ”, тигән булалар. Ә телевизор ҡарарға, интернетта ултырырға ваҡыт табалар.

– Шуға һоҡланам: һеҙ ҡырҡҡа яҡын ейән-ейәнсәр, бүлә-бүләсәрегеҙҙең исемен бутамайһығыҙ, һәр береһенең тыуған көнөн иҫтә тотаһығыҙ. Ауыл өлә­сәйҙәре менән ҡаланыҡылар ара­һын­да айырма бармы? Минеңсә, ҡала инәйҙәре бала ҡарарға ярҙамлашмай.

– Кешенең төрлөһө булалыр. Миңә лә ҡәйнәм булышманы. Ҡала ерендә йәшәгән­дәрҙең бала ҡарашырға ваҡыты ҡалмай шикелле, ана, телевизорҙан төшмәйҙәр.

– Ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәткә килгәндә, “Ир – баш, ҡатын – муйын” тигәнде нисек аңлайһығыҙ?
– Ир баш булырға тейеш. Электән шулай килде. Балаларым “атай” тиһә, “атайым” тип әйт, тип төҙәтә торғайным. Хәҙер заманалар үҙгәрҙе, ҡатындар алдан йөрөй башланы. Тәүфиҡһыҙҙар ирҙе баш итмәй шул. Уларҙың хатта өләсәй ҙә булғыһы килмәй шикелле. Тик йәш, матур булып, йырлап-бейеп кенә йөрөгөләре килә.
– Ә “донъя тотҡаһы” кем ул?

– Донъя тотҡаһы – йәшәй белгән кеше. Былай бүлеп тә булмайҙыр. Бергә килешеп, кәңәшләшеп кенә торғанда тормош һәйбәт була.
– “Милләт әсәһе” тигән төшөнсәгә нисек ҡарайһығыҙ? Кем ил әсәһе була ала?

– Уны ни үҙҙәре һайлап ҡуялар ҙа инде (көлөмһөрәй). Ул бик өлгөлө, күпте күргән, бөтә яҡтан да килешкән ағинәй булырға тейеш. Бала ла үҫтермәгән, кейәүгә сыҡмаған, сығып та тора алмаған ҡатын-ҡыҙ була алмайҙыр. Ғөмүмән, ул милләт әсәһе генә түгел, ағинәй ҙә була алмай.
– Депутаттар гражданлыҡ никахын ғаиләгә тиңләргә маташҡайны. Был дөрөҫмө?

– Юҡ. Никах мотлаҡ кәрәк, зарур ғәмәл. Ул мөхәббәт өсөн дә мөһим. Юғиһә сит кеше менән өйҙәш йәшәгән һымаҡ була. Никах бер-береңә терәк булыу, ышаныс табыу өсөн дә мөһим. Хәрәм менән хәләл һымаҡ инде. Никах – хәләл ғәмәл, юҡҡа ғына ир менән ҡатынды “хәләл ефет” тип атамайҙар. Хәләл үҙ көсөң, тырышлығың менән йәшәүҙе аңлата, кешенекенә тейергә, урлашырға ярамай.

– Был күҙлектән хыянат нимә ул? Әгәр иптәшең эскегә һабышһа йәки ауырып китһә, уны ташлау хыянат буламы? Айырылышыу өсөн ниндәй сәбәпте аҡларға була?

– Һуңғы ваҡытта айырылышыуҙар күбәйеп китте. Кино, телевизор ҡарап, ғаиләне уйын һымаҡ күреүҙән киләлер. Бергә донъя көтөп, бала үҫтергән кешеңде нисек ташлап китергә һуң? Айырылышыу өсөн тик үлемде генә аҡлар инем. Элек арыу ҡатындың ире үлһә, уны шунда уҡ берәй ир икенсе ҡатын итеп алған. Айырылышыуҙан ҡурҡһаң, эске менән мауыҡма, уйнаш итмә. Никах иргә лә, ҡатынға ла бер-береһен ҡәҙерләп йәшәүҙе, ихтирам менән ҡарауҙы талап итә. Һыйышып йәшәү тыйышып йәшәүҙән башлана.

Мөнирә Кинйәғол ҡыҙы Ғәзизова 1928 йылда тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатыны (ире Мәүлембирҙе Зиннәт улы Ғәзизов 1926 йылда тыуған, 1978 йылда ҡаты ауырыуҙан вафат булды), туғыҙ бала әсәһе, тыл һәм хеҙмәт ветераны, икенсе төркөм инвалиды. 31 йыл бергә йәшәп ҡалалар. Ғафури районының Сәйетбаба ауылында ғүмер итә. 1947 йылда Ауырғазы районының Үтәймулла ауылынан килен булып төшкән. Ғүмере буйы колхозда сөгөлдөрсө булып эшләгән.


Вернуться назад