Нәфсеңде тыймаһаң, өйөңә килерҙәр14.12.2018
Әбйәлил районында хоҡуҡ һаҡлау органдары элекке ауыл биләмәһе хакимиәте башлығының ҡатыны исеменә законһыҙ теркәлгән мөлкәтте суд аша дәүләт милкенә кире ҡайтара.

Тикшереү барышында асыҡланыуынса, 2015 йылда башлыҡтың бойороғо менән уның хәләл ефетенә Магнитогорск эргәһендәге ҡасабала 4,5 сутый ергә хоҡуҡты раҫлаған хужалыҡ кенәгәһенән өҙөмтә бирелгән. Ялған документ нигеҙендә ҡатын ергә һәм унда урынлашҡан ике фатирлы йорттоң яртыһына хужа булған. Муниципалитетҡа иһә 800 мең һумлыҡ зыян килтерелгән.

Әле хәлгә ҡағылышлы енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәфтишсе ғәйепләнеүсенең ер участкаһына, йортҡа, “Т-40” тракторына, “Лада Гранта”, “Жигули” автомобилдәренә, “Иж” мотоциклына арест һалған.





Вернуться назад