Иң ҙур баһа —рәхмәт һүҙе24.05.2012
Иң ҙур баһа —рәхмәт һүҙеҺаулығыбыҙ һағында тороусы аҡ халатлылар алдында баш эймәй булмай, сөнки сәләмәтлек — ҙур байлыҡ.
Ҡужбаҡты фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Гөлназ Гәрәеваның медицина өлкәһендә эшләүенә ике тиҫтәнән ашыу ғүмер үткән. Яғымлы, сабыр һәм үҙ эшенең оҫтаһы булғаны өсөн уны ауылдаштары ла, коллегалары ла ихтирам итә.
Гөлназ Рәүҙәт ҡыҙы, 1991 йылда Өфө медицина училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлағас, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Хәҙер инде ул үҙ һөнәренең оҫтаһы, ҙур тәжрибәле белгес. 1 меңдән ашыу кеше йәшәгән Тәжәй һәм Ҡужбаҡты ауылдарын хеҙмәтләндерә. Яңы тыуған сабыйҙарҙан алып иң оло йәштәге инәй-олатайҙарға тиклем барыһына профилактик дауалау саралары үткәрә. Ауырыуҙарға тәүге ярҙам күрһәтеү, төрлө процедуралар яһау, кәрәк саҡта “Ашығыс ярҙам” машинаһын саҡыртып, Үрге Йәркәй дауаханаһына оҙатыу, ауыл халҡын дарыу менән тәьмин итеү — быларҙың бөтәһе лә уның көндәлек эше. Халыҡ сәләмәтлеге һағында уяу тороусы эшһөйәр медицина хеҙмәткәрен һәр кем хөрмәт итә, изге күңелле, иғтибарлы, һиҙгер йөрәкле булғаны өсөн ауыл халҡы рәхмәтле уға.
— Тәүлек әйләнәһенә ниндәй генә үтенес, һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер тора, — ти уның хаҡында ауылдаштары.
Гөлназ Рәүҙәт ҡыҙы юғары категорияға эйә, намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет билдәһе менән бүләкләнә.
— Үҙемде белгәндән бирле тормошомдо медицина менән бәйләргә хыялландым. Был минең холоҡ-фиғелемдә сағылғандыр, күрәһең, сөнки уйнағанда һәр саҡ “табип”, мәктәптә уҡыған саҡта санитар булдым. Былар барыһы минең теләгемә ҡеүәт булып, ысынбарлыҡта тормошҡа ашты, хеҙмәтемде яратып башҡарам. Бигерәк тә өлкән быуын кешеләре рәхмәттәр әйтеп, арҡамдан һөйһә, кескәй балалар кеүек шатланып китәм, — ти үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән ханым.
Хеҙмәтен ысын күңелдән башҡарыуы уның ауырыуҙарға булған йылы мөнәсәбәтендә, һәр эште теүәл һәм ваҡытында үтәүендә сағыла. Коллегаларының, халыҡтың ихтирамын яулаған Гөлназ Гәрәева, үҙен бәхетлеләр рәтенә индереп, һәр көнөнә һөйөнөп йәшәй. Тормош иптәше Фәнүс Гәрәев менән татыу ғаиләлә бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.
Л. ШАМИЛЕВА.
Илеш районы.


Вернуться назад