Академик Фәнил Фәйзуллин бөгөнгө фәндең хәле, ғалимдарҙың йәмғиәттәге урыны һәм уға йоғонтоһо хаҡында....Машинаһы менән ике автомобиль араһына йылғыр ғына инеп ултырҙы ла, һәр ҡулына икешәр сумка тотҡан килеш, Фәндәр академияһының баҫҡыстарынан шәп-шәп атлап менеп тә китте. Артынан өлгөрөп булмай, 76 йәш тип уйламаҫһың да. “Күсенеп йөрөйөм әле, хәҙер кабинетым бында – Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтында, ике ай инде китаптарымды ташып бөтә алмайым”, – тип йылмайҙы ул. Осраған бер кеше һаулыҡ һораша, сөнки бөтә республикаға билдәле кеше ул: совет һәм Рәсәй ғалимы, философия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фәнил ФӘЙЗУЛЛИН.
– Фәнил Сәйет улы, киләһе йылда Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыта башлауығыҙға 50 йыл тула. Юғары уҡыу йортона эшкә килгән сағығыҙҙы хәтерләгеҙ әле – ул саҡта нисек ине?
– Ысынлап та, был юғары уҡыу йортона эшкә килеүемә ярты быуат булып та киткән икән. Бында килеүгә Башҡортостанда ғына түгел, ә бөтә Советтар Союзында билдәлелек алған ғалим Нариман Айытов сәбәпсе. Ул мине училищела эшләп йөрөгән еремдән ошо авиация институтына күсергә өгөтләп күндерҙе. Ләкин аспирантураға ҡабул итеү тамамланғайны, шуға күрә социологик лабораторияла эшләп торорға тура килде. Биш айҙан һуң аспирант инем инде. Ғилми етәксем Нариман Ғабдрахман улы ғилми эшәмәкәрлеге менән генә түгел, ә ғилми-тикшеренеүҙәрҙе ойоштора белеүе менән дә күп уҡытыусыларҙан ныҡ айырылып торҙо. Тик мин ул тәҡдим иткән темаларҙың береһен дә оҡшатманым, үҙем һайланым. Ҡала халҡының йәшәү мөхите һәм шул мөхиткә ҡағылышлы проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим итеү тураһында ине был тема. Ҡала халҡының мәҙәни һәм сәйәси кимәлен күтәреү ул саҡтағы көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булды.
Тикшеренеүҙәрҙе беҙ Өфө, Сибай, Нефтекама, Мәскәү һәм Силәбе, Төмән өлкәһендәге ҡалаларҙа үткәрҙек, ул саҡта дәүләт власы органдары беҙҙең эшмәкәрлекте ныҡлы контролдә тота һәм дәртләндерә лә белә ине. Был ғилми эш, тәбиғи, проблемаларҙы хәл итеү буйынса тәҡдимдәр менән тамамлана. Ә тәҡдимдәр план төҙөүгә һәм методиканы эшләүгә алып килә. Беҙ ҙә шул юл менән барырға тырыштыҡ һәм әле лә туҡтап ҡалмайбыҙ.
– Ә ни өсөн һеҙ ошо йүнәлеште һәм теманы һайланығыҙ? Кандидатлыҡ диссертацияғыҙ ҙа, докторлыҡты яҡлағанда ла ҡала мөхитен өйрәнеүгә бағышланған. “Ҡаланың социаль үҫеше”, “Социалистик ҡала” тигән төшөнсәләр ул замандан алып ныҡ үҙгәрә төшкәндер, моғайын?
– Философ һөнәрен һайлауым үҙем өсөн осраҡлы булманы, әлбиттә. Был шуға бәйле: фәлсәфәүи тәғлимәттең йөкмәткеһе, уларҙағы авторҙарҙың позицияһы нисек икәнлегенә ҡарамаҫтан, кеше һәм йәмғиәт, әҙәм балаһының донъя менән бәйләнеше төп йүнәлеш булып тора. Философия донъя тураһындағы дөйөмләштерелгән системаны тыуҙыра, был донъяны аңлап белеүҙең теоретик нигеҙҙәрен эшләй. Шуға күрә лә ул һәр заманда кешегә тормошта дөрөҫ маҡсаттар табырға ярҙам итте. Был фән – донъяны танып белеүҙең, тормошто аңлауҙың һәм шул маҡсаттағы тикшеренеүҙәрҙең методологияһы ул. Социаль-иҡтисади, сәйәси һәм рухи-идеологик системаларҙың үҫешен дә ул билдәләп һәм йүнәлтеп тора.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, философия – халыҡтың бөтә ҡатламдары өсөн тормошто ыңғай яҡҡа һәм мөмкин тиклем тиҙерәк үҙгәртеү буйынса шарттар тыуҙырыусы фән. Һөнәремде был фәндең төшөнсәһен шулай тип аңлағанға һайлап алдым, ғилми хеҙмәттәремдә лә беҙҙең йәмғиәтте камиллаштырыуға шул күҙлектән сығып үҙ өлөшөмдө индерергә тырыштым. Тәбиғи, йәмәғәтселектең алға барыуына ярҙам итһә генә теләһә ниндәй фәндең дә әһәмиәте бар, был философияға ла тулыһынса ҡағыла. Һәр философ үҙ һөнәрен һайлар алдынан уҡ шул турала уйланырға тейеш.
Ә ни өсөн ҡала мөхитенә, уның социаль-фәлсәфәүи проблемаларына иғтибар итергә булдым? Ҡала – йәмғиәттең һәм цивилизацияның үҫеш үҙәге. Ул – хеҙмәт, көнкүреш, ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлек һәм мәҙәниәт даирәләре органик “уҡмашҡан” ҡатмарлы система. Тикшеренеүҙәр нигеҙендә ҡала ерендә барған социаль-иҡтисади тормоштоң сифат яғынан ниндәй үҙгәрештәргә дусар ителеүен асыҡлауға өлгәшелде. Алынған мәғлүмәт ҡала тормошоноң үҙенсәлектәрен, проблемаларын, ауылдан һәм сит тарафтарҙан килгән халыҡтың ҡулайлашыу юлдарын һәм башҡа шарттарҙы асыҡларға мөмкинлек бирҙе. Үткәрелгән тикшеренеү шулай уҡ заманса күҙаллау, проектлау, программалар төҙөү нигеҙендә ҡалаға идара итеүҙең йоғонтололоғон арттырыу өсөн нигеҙ бирҙе.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ ҡалалар һәм төбәктәр үҫешен планлаштырыу традицияларын юғалттыҡ. Юҡҡа сығарыу еңел дә бит, ҡабат аяҡҡа баҫтырыу ауырға төшә, етмәһә, илдәге ижтимағи мөнәсәбәттәр һәм милек мәсьәләһе ныҡ үҙгәрҙе. Ил һәм республикабыҙҙың киләсәген ҡайғыртһаҡ, беҙ был традицияларҙы тергеҙергә бурыслыбыҙ. Минеңсә, был өлкәлә үткән быуаттың 70-80-се йылдарында булған йоғонтоло ысулдарға әйләнеп ҡайтырға кәрәк. Юҡһа беҙ элеккене тәнҡитләү менән генә сикләнәбеҙ, ә бит ул осорҙа алдынғы технологиялар ҙа бар ине. Эш йүнәлешенең шул замандан алып килгән “үҙәге” юғалтыла икән, был хәл күп яңылышлыҡтарға килтерәсәк бит. Ошо турала фекер йөрөткәндә, мин консерватор булып ҡалам, сөнки киләсәк өсөн эшләгәндә әленән-әле артҡа ла әйләнеп ҡарарға кәрәк икәнлегенә күптән инанғанмын.
– Бөгөнгө студенттар һеҙҙә ниндәй тәьҫир ҡалдыра, ата-әсәләре, практика етәкселәре, улар яңы эшкә урынлашҡан ойошмалар директорҙары менән осрашырға тура киләме?
– Бөгөнгө студенттарҙы мин икегә бүлеп ҡарар инем: уларҙың 20-25 процентының ни өсөн тап ошо һөнәр буйынса уҡырға килеүен аңлауы һәм киләсәккә аныҡ пландар менән йәшәүе күренеп тора, әммә күпселеге уҡыуҙағы тырышлыҡ кимәле һәм тормоштағы ынтылышы менән уҙған быуат аҙағындағы студенттарҙан түбәнерәк тора тип уйлайым. Бында ниндәйҙер яңы дәртләндереү саралары кәрәктер, моғайын. Әлеге көндә юғары уҡыу йорттарына тик Берҙәм дәүләт имтиханы менән генә ҡабул итеү дөрөҫ түгел, сөнки ул тест үткәреүгә генә ҡайтып ҡала. Ә беҙ буласаҡ белгестәрҙең фекер йөрөтөү ҡеүәһен, үҙ ҡарашын иҫбатлау өсөн дәлилдәр килтерә белеүен, ижади уйланыу һәләтен дә күреп торорға тейешбеҙ.
Тағы ла бер проблема тураһында һөйләгәндә мин йәнә үткән быуаттың 60-80-се йылдарында ҡулланылған ғәмәлде иҫкә төшөрөр инем: ул заманда юғары уҡыу йортон тамамлаусылар эш урыны менән тәьмин ителде бит. Ул закон тарафынан ҡаралған һәм уны үтәү мотлаҡ ине. Бөгөн был ысулды ҡулланмау илдең киләсәге өсөн ҙур хәүеф булып тора тип уйлайым. Күптән түгел ошо тәңгәлдәге бер ғибрәтле мәғлүмәткә иғтибар иттем: биш йыл элек Башҡортостандан Мәскәүгә, Санкт-Петербургка һәм башҡа тарафтарға уҡырға киткән студенттарҙың яртыһынан аҙырағы ғына республикабыҙға эшкә ҡайтҡан. Тимәк, иң һәләтле йәш белгестәрҙең тыуған еренә хеҙмәт итеү мөмкинлеге юҡ тигән һүҙ, сөнки бының өсөн перспективалы эш урындары талап ителә. Был йәһәттән мин Яҡутстандағы һәйбәт традицияны өлгө итеп ҡуйыр инем. Уларҙа юғары уҡыу йорттары Башҡортостан менән сағыштырғанда аҙыраҡ, шуға күрә күпселек Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә йәки сит илдәргә уҡырға юллана. Әммә унда китер алдынан буласаҡ студенттар менән килешеү төҙөлә: уҡып бөткәс, улар мотлаҡ үҙ республикаһына ҡайтып кәмендә биш йыл эшләргә бурыслы. Һәр ҡайһыһы бынан баш тартырға ла хоҡуҡлы, ләкин ул осраҡта уҡыу йылдарында дәүләт ҡаҙнаһынан түләнеп барған аҡсаны кире ҡайтарырға тейеш буласаҡ. Тимәк, беҙҙә лә кадрҙар сәйәсәтен республика мәнфәғәттәренә ярашлы үҙгәртеү тураһында уйланырға кәрәк, төбәктең стратегик үҫеш планын эшләгәндә кадрҙар проблемаһы иң көнүҙәк йүнәлештәрҙең береһе булып торорға тейеш тип иҫәпләйем.
– Билдәле философ Нариман Айытов – Һеҙҙең ғилми етәксегеҙ. Ул замандағы ғалимдар – тәбиғи, шул замандың вәкилдәре. Был быуын тураһында һеҙ ниндәй иҫтәлектәр һаҡлайһығыҙ?
– Тик йылы иҫтәлектәр генә. Бигерәк тә философия белгестәре Тәүфиҡ Ғизелхаҡ улы Солтанғужин, Фәнил Миңлеәмин улы Садиҡов, Йәүҙәт Мәхмүт улы Ғиләзетдинов һәм башҡаларҙың ярҙамы ҙур булды, әйткән кәңәштәре әле лә ҡолағымда кеүек. “Беҙ фәнде тормоштан айырылмаҫлыҡ итеп үҫтерергә, иң башта туған халҡыбыҙ һәм республикаға, тыуған илебеҙгә хеҙмәт итергә тейешбеҙ”, – ти торғайны улар. Остаздарым әйткәнен иҫтә тотоп, мин бөгөн дә тормош көн үҙәгенә ҡуйған проблемаларҙы һәм эш йүнәлештәрен һайларға тырышам.
Ғилми етәксем Нариман Айытов тураһында, әйткәндәремә өҫтәп, шуны ла билдәләр инем: ул Башҡортостанға Мәскәүҙәге Ижтимағи фәндәр академияһы бөтөрөлгәндән һуң килгәйне, ошонда докторлыҡ диссертацияһы яҡланы һәм үҙенең фәнни мәктәбен ҡалдырып китте. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ғалим Ҡаҙағстанда эшләне, әммә республикабыҙ менән бәйләнеште юғалтманы. Беҙ уның менән бергәләп халыҡтың социаль күсенеүе темаһына монография яҙҙыҡ. Социаль күсенеү ул миграцияны ғына түгел, башҡа өлкәләрҙе лә, әйтәйек – кешенең үҙ социаль төркөмөн алмаштырыуын да өйрәнә. Был тема илебеҙҙә беренсе булып күтәрелде. Нариман Ғабдрахман улы үҙ аспиранттарын бер ҡасан да сикләмәне, уларҙың фекерен үҙенеке менән тап килмәһә лә ихтирам итә ине, уларға үҙ мөмкинлеген асыу өсөн шарттар тыуҙырырға тырышты. Шулай булғас, оло ғалимдар хаҡында тик яҡты иҫтәлектәр генә һаҡлайым.
– Һеҙ – 800-ҙән ашыу ғилми баҫма, шул иҫәптән 54 монография, дәреслек һәм әсбап авторы. Шул тиклем етештереүсәнле эшләүгә нимә сәбәпсе йәки нигеҙ була ала: тыумыштан килгән һәләт, ғаиләлә шарттар тыуҙырылыуы, ғүмерлек яратҡан шөғөлдө һайлау?..
– Минең уйымса, әҙәм тормошонда ике ҙур бәхетһеҙлек бар – ғүмер буйы яратмаған кеше менән йәшәү һәм күңеленә ятмаған эш менән шөғөлләнеү. Ә миңә һәр саҡ үҙемә оҡшаған, йөрәгемә яҡын булған шөғөл насип итте. Бала саҡтан китап уҡырға әүәҫ булдым, атайым мәктәптә тарих уҡытыусыһы ине. Тарихсы ул ниндәйҙер дәрәжәлә философ та булып ҡалалыр ул, сөнки үткәндәрҙе тасуир итеү менән генә сикләнмәй, уларға бөгөнгө рухи-мәҙәни күҙлектән баһа ла бирә. Халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең тарихы менән әле лә ҡыҙыҡһынып, ошо фән буйынса баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәр менән танышып торам. Атайым һәм әсәйем һымаҡ, киләсәк үҫешенә үҙ өлөшөмдө индерергә тырышыу тормоштағы төп маҡсаттарымдың береһе булды. Уларҙың тормоштағы проблемаларҙы нисек хәл итергә ынтылыуын күреп, шул эштә ҡатнашырға хыялланып үҫтем.
Яратҡан һөнәрең булғанда ғына йәшәүҙең ҡыҙығы, мәғәнәһе бар. Талант тураһында һүҙ барғанда миңә Альберт Эйнштейндың әйткәне иҫкә төшә. “Уңышыңдың дүрт-биш проценты ғына талант һөҙөмтәһелер, бәлки, әммә ҡалғанын көн дә ялҡауланмай ғына башҡарған хеҙмәтең билдәләй“, ти ул. Әлбиттә, бында һүҙ көнө буйы баш күтәрмәй ултырып та, һөҙөмтәһе тик салбар туҙҙырыуға ғына ҡайтып ҡалған хеҙмәт тураһында бармай, ә аҡыл ҡеүәһен көндән-көн үҫтерә барыу күҙ уңында тотола.
Ғаиләмә килгәндә, мин уға эшем өсөн тейешле шарттар тыуҙырғанына, хеҙмәтемде аңлап ҡабул иткәненә бик рәхмәтлемен. Ҡайһы саҡ төндәр буйы китап өҫтөндә ултырырға тура килә бит. Һәр монография йәки башҡа ғилми хеҙмәт – йөрәкте ярып сыҡҡан фекерҙәр. Шуға ла һөҙөмтәле эшләй аламдыр тип уйлайым. Китаптарым Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә баҫыла. Яңыраҡ, мәҫәлән, Германияла этностар мәсьәләһенә ҡағылышлы әҫәрем донъя күрҙе.
– Эйе, һеҙҙең ғилми хеҙмәттәр араһында милли мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы булғандары ла етерлек: “Социаль феномен булараҡ, этник-сәйәси хәрәкәт”, “Социаль ғәҙеллек булараҡ, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү”, “Этник аң һәм этник оҡшашлыҡ” һәм башҡаларын күрһәтергә мөмкин. Был донъя халыҡтары араһында иң ҡатмарлыларҙың береһе булған күренеш ниндәй үҙгәрештәр кисерә?
– Билдәле булыуынса, этник-ара мөнәсәбәттәр илдәге иҡтисади, социаль, сәйәси, рухи-идеологик хәлде үҙенсәлекле итеп сағылдыра. Шуға күрә этностар араһындағы мөнәсәбәт һәр саҡ минең тикшеренеүҙәр үҙәгендә булды. Был хеҙмәттәремдә баҙар иҡтисадына күсеү эҙемтәләренең милләт-ара мөнәсәбәттәргә йоғонтоһо буйынса бығаса күҙаллап та булмаған үҙенсәлектәрҙе асырға тырыштым. Этник йәмғиәттәрҙең социаль айырмалыҡтарын, халыҡтың ижтимағи үҫешендәге этник үҙаңдың ролен һәм функцияларын да күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа ынтылдым.
Был йүнәлештәге ошо һәм башҡа тикшеренеүҙәр милли сәйәсәттең, этник-ара мөнәсәбәттәргә идара итеүҙең төп һыҙаттарын билдәләргә мөмкинлек бирҙе.
– Ике йыл элек кенә авторҙаштарығыҙ менән бергә сығарған хеҙмәтегеҙ “Ислам философияһының социаль концепцияһы” тип атала. Беҙҙең халыҡтың һуңғы быуаттарҙағы тарихи үҫешенә ошо концепция йоғонто яһанымы? Ул нимәләрҙә күренә?
– Айырым менталитетты сағылдырған теләһә ниндәй социаль-мәҙәни система кеүек үк, ислам да тәнҡит утына дусар ителә. Бөгөн киң мәғлүмәт саралары, ҙур булмаған экстремистар төркөмөнөң көйөнә бейеп, мосолман донъяһын хурлауҙы һуңғы сигенә еткерҙе. Ислам тәғлимәтенең ысын асылын белмәй тороп, Көнбайыштың һәм Көнсығыштың миллиондарса ябай кешеләре мосолман донъяһына цивилизацияның дошманы итеп ҡарай башланы. Тап шуға күрә лә исламға социаль-мәҙәни яҡтан комплекслы анализ яһау, беҙҙең ғалимдарҙың уйынса, көнүҙәк булып тора.
Ислам – донъя мәҙәниәте тарихындағы үҙенсәлекле күренеш, уның үткән һәм хәҙерге замандағы экстремистик эшмәкәрлек төрҙәре менән бер ниндәй уртаҡлығы юҡ. Был һығымта исламдың кешене гармониялы шәхес итергә булышлыҡ иткән тәбиғәтенә нигеҙләнә. Беҙҙең концепция буйынса, исламдың төп асылы – шәхестең рухи яҡтан үҙ-үҙен ҡорбан итергә әҙер булыуы. Мосолман дине шәхестең һәм йәмғиәттең барлыҡ даирәһен, йәғни кешеләрҙең рухи мәҙәниәтен, сәйәси ҡоролошто, әҙәм балаларының үҙ-ара мөнәсәбәте рәүешен һәм төрҙәрен үҙ эсенә ала. Ләкин был осраҡта ошолар бөтәһе лә түбәндәге бер шарт тыуҙырылғанда ғына мосолман өсөн әһәмиәткә эйә: улар тормоштоң рухи яғын камиллаштыра барырға тейеш.
Хәҙерге заманда тап исламдың әхлаҡи принциптары йәмғиәттең рухи мөхитен яҡшыртыуҙа, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә, кешеләр араһындағы мөнәсәбәтте көйләүҙә ҡулланыла ала.
– Һеҙҙең ғилми эшмәкәрлек күп яҡлы. Мәҫәлән, эшһеҙлек проблемалары буйынса 2006 йылда баҫылып сыҡҡан хеҙмәтегеҙҙә был күренеш ниндәй аспектта ҡаралды, бөгөн ошо күренеш һәм уға ҡараш үҙгәрәме?
– Эшһеҙлек – хеҙмәт баҙарының ғына түгел, ә тотошлай ижтимағи мөнәсәбәттәрҙең дә социаль-иҡтисади эҙемтәһе ул. Был күренеш йәмғиәт тормошоноң бөтә яҡтарына – иҡтисадҡа, сәйәсәткә, социаль өлкәләргә – кире йоғонто яһай. Ул мөһим ресурсты – кеше капиталын – файҙаланып еткермәүгә, социаль айырмалыҡты көсәйтеүгә, йәмғиәттең ҡеүәтен кәметеүгә һәм уның үҫешендәге тотороҡлолоҡто юғалта барыуға, халыҡтың матди хәлен насарайтыуға алып килә.
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында үҙгәртеп ҡороу сәйәсәте башланғанға тиклем эшһеҙлек мәсьәләһе беҙҙең илдә ыңғай хәл ителеп килде. Хатта эшләргә теләмәгән кеше лә эшкә урынлашырға бурыслы ине. Артабанғы йылдарҙа был проблеманы хәл итеү кәрәклеге иғтибарҙан ситләтелде. Ә бит проблема ҙурая ғына барҙы. Хәҙер беҙ эш урындары аҙ тибеҙ, ә ни өсөн һуң, улай булғас, Урта Азия республикаларынан, башҡа “яҡындағы” сит илдәрҙән Рәсәйгә килеп тиҙ генә эш табалар? Белеүемсә, тик Тажикстан граждандары ғына ла йыл һайын беҙҙән, дөйөм алғанда, ошо дәүләт ҡаҙнаһы күләмендәге аҡса алып китә. Тимәк, мәсьәләне хәл итеү өсөн нигеҙ бар.
Шуларҙы иҫәпкә алып, беҙ эшһеҙлеккә идара итеү буйынса төп сараларҙы йоғонтолораҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған тәҡдимдәр бирҙек. Уларға эш көсөн ҡайтанан әҙерләү, үҙ-үҙеңә шөғөл табыуҙы үҫтереү, эшһеҙҙәргә матди ярҙам системаһын реформалау, йәмәғәтселек эштәренә ылыҡтырыуҙы замансараҡ итеү, эш урындарына квота билдәләү, мәшғүллектең стандарт булмаған төрҙәре һәм башҡалар инә.
– Ошо хеҙмәтегеҙҙән һуң өс йыл үткәс, “Ғилем” нәшриәтендә милли фәнни-техник интеллигенцияны булдырыу һәм тулыландырып тороуҙың социаль проблемаларына арналған китап та баҫылған. Ни өсөн ул социаль яҡтан ҡаралды? Был ҡатламдың бөгөнгө кимәле тураһында ниҙәр әйтер инегеҙ?
– Милли интеллигенция этностың үҫешендә ҙур роль уйнай: уның үҙенсәлектәрен, телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлап ҡала һәм үҫтерә, сәнғәттәге яңы йүнәлештәрҙе булдыра, ул яңы идеялар һәм белем, технологиялар эшләү менән мәшғүл. Шуға күрә милли интеллигенцияны булдырыу процесы, төрлө социаль үҙенсәлектәрен анализлау көнүҙәк проблема булып тора. Беҙҙең тикшеренеүҙәр барышында башҡорт милли зыялылары ҡатламының үҙ-үҙен тулыландырып тора алыуға һәләте һәм үҙенсәлектәре асыҡланды: беренсенән, техник юғары уҡыу йорттарына, нигеҙҙә, үҙ туған телен һәм халҡының тарихын йүнләп белмәгән ҡала башҡорттары инә; икенсенән, асыҡ күренеп торған этник характеристикаға эйә булған ауыл йәштәре техник уҡыу йорттарына килгән ҡала абитуриенттарына көнәркәш түгел; өсөнсөнән, юғары белемле йүнәлеш һайлағанда башҡорт йәмәғәтселегенең аңында техник һөнәрҙәрҙең абруйы түбән булыуы кире йоғонто яһай, сөнки милләттең күпселек өлөшө ауылда йәшәй; дүртенсенән, башҡорт милләтле студенттар араһында артабан туған республикала эшләргә теләк белдереүселәр башҡа милләттәр менән сағыштырғанда күберәк. Тәбиғи, был өлкәләге социаль сәйәсәтте билдәләгәндә ошо шарттар иҫәпкә алынырға тейеш.
Беҙҙең башҡорт зыялылары күберәк гуманитар өлкәлә һәм ауыл хужалығында эшләй. Был ошо милләттең, нигеҙҙә, ауыл ерендә тыуып үҫеүенән һәм башҡа тармаҡтар менән бәйләнеше ныҡлы булмауҙан килә. Милли көнкүреш һәм традициялар ҙа быға элек-электән йоғонто яһамай ҡалмаған. Ниндәй һөнәр һайлау тураһында уйланған өлкән класс уҡыусылары ла ауылда тик уҡытыусыны, табипты, агрономды, йәғни гуманитар һәм аграр өлкә белгестәрен генә күрә. Шуға ла сәнәғәт предприятиеларында һәм инженер-техник хеҙмәткәрҙәр араһында башҡорттар бик аҙ.
– Бөгөнгө йәмғиәттә фәндең роле хәл иткес: тап ул фәнни-техник прогрестың үҫешен тәьмин итә. Әммә ғилми кадрҙар ҡартая, йәштәр был өлкәгә килергә бик үк атлығып тормай, ахырыһы. Бының сәбәбе ниҙә?
– Ысынлап та, һуңғы ике тиҫтә самаһы йыл эсендә Рәсәй фәне кадрҙар йәһәтенән ҡыйынлыҡ кисерә. Был фән эшмәкәрлегенең матди яҡтан тейешенсә тәьмин ителмәүе, ғилми хеҙмәткәрҙәргә түләүҙең үтә аҙ булыуы, шул арҡала фәнгә ҡағылышлы профессияларҙың абруйы төшөүе менән бәйле. Әммә һуңғы ике-өс йылда йәштәр араһында фәнгә ынтылыу көсәйә башланы. Был күренеште йәнләндереү – илебеҙҙәге иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе.
– Шуныһы ла бар: инвестиция ҡытлығына ҡарамай, Рәсәйҙең фәнни-техник ҡеүәте юғалмай һәм был йәһәттән илебеҙ донъяның иң ҡеүәтле дәүләттәре иҫәбендә килә, беҙҙең ғалимдарҙың ғилми һәм технологик ҡаҙаныштары һаман да сит илдәр өсөн ылыҡтырғыс. Ә был күренеште нисек аңлатыр инегеҙ?
– Башҡа дәүләттәр менән сағыштырғанда, беҙҙең ил ғалимдарының эшмәкәрлеге күп төрлөрәк, һәм улар элек-электән фәндең фундаменталь тармаҡтары өҫтөндә хеҙмәт итте, был әле лә дауам итә. Беҙҙең илдә хәл ителгән ғилми проблемаларҙың һөҙөмтәһе бик күп сит илдәрҙә ғәмәли ҡулланылыш таба. Тимәк, беҙгә фәнебеҙҙең һәр ҡаҙанышын үҙ Ватаныбыҙҙа ҡуллана белеү, бының өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу мотлаҡ.