Тамамланып килгән 2018 йыл ғаилә байрамдарыбыҙ менән иҫтә ҡалыр, моғайын.
70 йәшемде яҡташтарым ауыл байрамы итеп йәй көнө үк (сентябрь ҡыҙы булһам да) башлап ебәргәйне. Ошондай саралар, төрлө тематик кисәләр, әҙәби-музыкаль осрашыуҙар булып, ауыл һәм ҡала китапханаларында, мәктәптәрҙә дауам итте. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала төрлө йәштәге әҙәбиәт һөйөүселәр һәм ҡәләмдәштәрем ҡатнашлығында уҙғарылған кисә айырыуса йөкмәткеле һәм тулҡынландырғыс булды. Унда 50 йыллыҡ әҙәби, 45 йыллыҡ журналистик ижадыма, төрлө кимәлдәге күп йыллыҡ депутатлыҡ һәм йәмәғәт эштәремә байҡау яһалды, байтаҡ тәҡдимдәр ҙә әйтелде. Был сараның ҡайһы бер мәлдәре менән БЮТ каналы аша телевизор ҡараусылар ҙа таныша алды.
Сентябрь һәм ноябрь айҙарында республикабыҙ гәзит-жуналдарында тормош юлыма һәм ижадыма арналған махсус биттәр, шиғри шәлкемдәрем донъя күрҙе, юбилейыма арнап радио-телевидение каналдарында тапшырыуҙар донъя күрҙе. Рәхмәт ижадымды хөрмәтләүселәргә!
Ә инде 26 ноябрҙә Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Туҡтатмағыҙ юлдарымдан” тип исемләнгән кисәм гөрләп уҙҙы. Был сара минең генә түгел, байрамда ҡатнашыусы һәр кемдең хәтерендә яҡты иҫтәлек булып ҡалыр, тип уйлайым.
Кисә башланыр алдынан республикабыҙ Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың юбилейым менән ихлас ҡотлауы һәм әңгәмәләшеүе байрамыма сағыу биҙәк өҫтәне.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллинаға, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡоловаға, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға, Мәғариф министрлығына, мине “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән бүләкләп ололаған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына оло рәхмәттәрем күңелемдән урғыла.
Ғүмеремдең ижади өлөшөн билдәләгән “Туҡтатмағыҙ юлдарымдан” исемле китабымды өлгөртөп, сәхнәлә бүләк иткән “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтовҡа, уны донъяға сығарыуҙа ҡатнашыусыларға, “Библиографик күрһәткес” йыйынтығын нәшер итеп алып килгән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге китапхана директоры Айгөл Моратоваға, был мәшәҡәтле эштә көс һалған Мәғлүмәт һәм белешмә-библиография бүлеге хеҙмәткәрҙәренә, Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән ҙурлаған Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенә, Маҡтау грамотаһы менән бүләкләгән Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенә һәм, әлбиттә, сараны шиғырҙарыма яҙылған йырҙар менән биҙәгән күренекле сәхнә оҫталарына һәм йырсыларға, кисәнең режиссеры Илшат Фәхретдиновҡа, сценарий авторы Нәзифә Нурмөхәмәтоваға, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы директоры Алмаз Сәйетовҡа, алып барыусылар – күренекле сәхнә оҫталары Хөрмәтулла Үтәшев менән Руслан Хайсаровҡа ихлас рәхмәттәремде еткерәм.
Иң-иң оло рәхмәтем – ғаиләмә, балаларыма, хөрмәтле ҡәләмдәштәремә, Яҙыусылар союзына, уның рәйесе Зәки Әлибаевҡа, һәр саҡ ижадым менән ҡыҙыҡһынып, йырлы-моңло кисәләремә ашҡынып, хөрмәт итеп килгән шиғриәт һөйөүсе тамашасыларыма, мине һәр саҡ яратып, көтөп алған ҡәҙерле яҡташтарыма – Әлшәй районы халҡына, уның мәҙәниәтле, рухлы етәкселәренә. Шулай уҡ республикабыҙҙың башҡа төбәктәренән хөрмәтләп ҡотлау хаттары ебәргән етәкселәргә, мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, йәмәғәт ойошмаларына рәхмәт сәләмдәре тапшырам.
Байрам кисәһе декабрь башында Әлшәй ерендә, Ҡыпсаҡ-Асҡар Мәҙәниәт йортонда, дауам итте. Иҫ киткес йылы, ихлас, йырлы-нурлы, шиғриәтле осрашыуҙар өсөн уны ойоштороусыларға ла рәхмәттәрем барып етһен!
Бөтәгеҙҙе лә яҡынлашып килгән Яңы йыл менән!