Улар изге ҡомартҡыны башҡортҡа ҡайтарҙы.Юҡ, ул юғары белемле белгес тә түгел, әллә ниндәй мәртәбәле ерҙәрҙә лә эшләмәне, ябай ауыл ҡыҙы. Ырымбурҙа уҡып, урта белем алғандан һуң, Байзулла ағайға кейәүгә сығып, яҙмышына күнеп, ошо ерҙә йәшәп ҡалды. Үҙенең милләтенә ярҙам итергә теләгән милли рухлы кешегә юғары белем, дәрәжәле урындар, бәлки, мотлаҡ та түгелдер, әллә кем булып, ил тотҡаһымын тигән ирҙәрҙең дә ҡулынан килмәгән эштәрҙе башҡарыуын ул, бәлки, күҙ алдына ла килтермәгәндер.
Каруанһарай... Был исемде ишетеү менән, һәр башҡорттоң күңеле беҙҙең Ырымбурға ҡарай. Каруанһарайҙың тарихын белмәгән, ишетмәгән башҡорт юҡтыр, тип уйлайым. Тик бына ҡатмарлы замандарҙа изге мираҫыбыҙҙың ниндәй генә хәлдәргә тарығаны һәр кемгә лә мәғлүм булманы шул. Каруанһарайҙың исемен бер генә лә сүп-сар һүҙ менән бысратҡы килмәй. Каруанһарай һәр саҡ урынында торҙо, мәсете лә асыҡ булды, тик сит-ят тулып китте, баштары аҡса эшләргә генә ынтылған килмешәктәр хужа булып алғайны. Әлбиттә, ҙур конференцияларҙа, “түңәрәк өҫтәлдәр”ҙә Ырымбур өлкәһе башҡорттары, аҡ батшаның ризалығын алып, Каруанһарайыбыҙҙы үҙ көсө менән һалыуы хаҡында һәр ваҡыт әйтә килде. Тик унда күбеһенсә йә үзбәк, йә урыҫ, йә чечен теле ишетелде – башҡорт һүҙе яңғыраманы. Ысын әйткәндә, барып йөрөргә лә күңел тартмай башлағайны...
Бына шундай ваҡыттарҙа кешенең асылы беленә икән. Йөрәктәре етеп, Гөлимә апай менән Байзулла ағай Йәнғәбиловтар милләт өсөн яныусылар булып сыҡты. Байзулла ағай – милиция полковнигы. Каруанһарай мәсетен йәнә башҡорттоҡо итер өсөн нисәмә ғауғалы йыйылыш үтеүен, башынан аҙағына хәтлем нисәмә документты барлауҙарын, ниндәй генә ҡәһәрле һүҙҙәр ишетеүҙәрен улар үҙҙәре генә белә. Ә инде ике-өс йыл рәттән судлашып йөрөүҙәре, ҡайһылайтып ул ҡыйынлыҡтарҙы йырып сығыуҙарын һорашһағыҙ – барыһы ла Гөлимә апайҙың ҡулындағы протоколдарҙа.
Башҡорттоң мәҡәле бар: ашаған белмәй, тураған белә. Бына хәҙер Каруанһарай мәсете – үҙебеҙҙеке. Барып кереү менән, бында килгәнебеҙгә ҡыуанып, йөҙө асылған олатай кеүек ҡаршылай хәҙер беҙҙе ул. Яңырып, йәшәреп китте – ниңә шулай булмаһын, көн һайын бөтә нужаһын ҡайғыртып торған кешеләре булғанға. Мәсетте ҡарар өсөн аҙ мәшәҡәт кәрәкме ни, айырыуса хәҙер, бар нәмә ҡыйбатлана барған заманда.
Талапсан, ҡайғыртыусан Гөлимә апай ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел – һәр нәмәгә аҡылы ла, көсө лә етә – күҙ теймәһен, иншаллаһ. Мине архив һаҡлаусы йә ҡарауылсы, йә иҙән йыуыусы тиһәгеҙ ҙә, үпкәм юҡ, ти хажиә Гөлимә апай. Эйе, ул хаж сәфәрен дә башҡарҙы. Аллаһ Тәғәлә үҙе уны ошо урынға тәғәйенләгәндер, күрәһең. Беҙҙең мәхәлләнең көсө лә, дәрте лә ул – Гөлимә апайыбыҙ.
Ырымбурҙа ғорур башын сөйөп,
Каруанһарай баҫҡан түренә,
Манаранан сикһеҙ далалары
Етмеш саҡрымдарға күренә.
Заманында башҡорт тейәгән
Каруанһарай ташын дөйәгә,
Башҡорт ғәйрәттәре һалынған
“Перовский” тигән бейеүгә.
Европаны Азияға бәйләй
Баш осонда торған фәрештә.
Уң ҡулдары булһа Себерҙәрҙә,
Һул ҡулдары – уның шәреҡтә.
Мосолмандың йәшел әләмдәре
Башҡортомдоң төҫө тейелгән,
Каруанһарай, һинең нигеҙеңә
Өфөләрҙең башы эйелгән.
Ырымбурым, хәтәр замандарҙа
Башҡортома булдың баш ҡала.
Алыштырмам башҡа шәһәрҙәргә,
Ҡыҙыҡтырмай мине башҡалар!
Был шиғырыма өҫтәп, ошо юлдарҙы яҙһам, бер ҙә яҙыҡ булмаҫ, тип уйлайым:
Каруанһарай, күп михнәттәр күреп,
Әйләнеп тә ҡайтты илемә!
Хәләл көсөн һалды Йәнғәбилдәр –
Байзуллаһы менән Гөлимә!