Ирекле тест үтеүҙең сиктәре киңәйеүенә өмөт ҙур.
...Компьютерҙар алдында ултырған олпат йәштәге водителдәр имтиханға инергә йыйынған студенттарҙай тоя үҙҙәрен. Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында пассажирҙар йөрөтөүҙә ҙур тәжрибә туплаған ир-егеттәр бөгөн, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Хәүефһеҙ юлдар” федераль проектына ярашлы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеүгә ирекле теста ҡатнашырға тәүәккәлләгән.
— Ошондай асыҡ форматтағы бәйгелә нисек ҡатнашырға баҙнат иттегеҙ? Тулҡынланаһығыҙҙыр, моғайын. Һеҙҙеңсә, ғөмүмән, тәжрибәле водителдәр өсөн кәрәкме бындай һынауҙар? — тип конкурста ҡатнашырға ниәтләгән “Башавтотранс” хеҙмәткәрҙәренең “ҡылын сиртеп” ҡарайбыҙ.
— Мин 1984 йылдан алып рулдә, әммә бындай конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашам. Үҙеңдең һөнәри кимәлеңде баһалау өсөн бик яҡшы сара тип иҫәпләйем. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре лә туҡтауһыҙ үҙгәреш кисерә бит, бөгөн берәй билдәне тыйһалар, иртәгә рөхсәт итеүҙәре ихтимал. Һуңғы осорҙа һәр водителгә тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү бурысы йөкмәтелгәнен дә беләһегеҙҙер, — тине Андрей Шепелев.
— Юлда йөрөү хәҙер бик көсөргәнешле, машиналар ағымы көслө. Тимәк, үҙеңдең өҫтөңдә эшләү, юл ҡағиҙәләрен ҡабат-ҡабат яңыртып тороу “тимер ат”ыңды ышаныслы йөрөтөү өсөн бик тә мөһим, — тип өҫтәне коллегаһы, 20 йыл хеҙмәт стажына эйә Геннадий Яйыҡбаев. — Беҙ бит Өфө юлдарында ғына түгел, төбәк-ара, хатта халыҡ-ара рейстарға ла сығабыҙ.
— 12 йыл пассажирҙар ташыйым, — ти Дмитрий Панорин. — Оҙайлы юл сәфәрҙәрендә лә күп булдым. Әммә миңә баш ҡалала эшләү оҡшай. Ҡала ығы-зығыһы, ҡайҙалыр гел генә ашыҡҡан пассажирҙар, сабырһыҙ водителдәр — барыһы ла шул тиклем күңелгә яҡын. Эшебеҙ ҙур иғтибар һәм бер-береңә хөрмәт талап итә.
Интернет-тест Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһының ике кабинетында үтте. Береһендә — мул хеҙмәт стажына эйә профессионалдар, икенсеһендә — академия студенттары. Кем еңер — тәжрибә, аҡыл, сабырлыҡ менән һуғарылған олпатлыҡмы, әллә үҙ-үҙенә ышанған, белемле, сая йәшлекме? 21 һорауға 20 минут эсендә дөрөҫ яуап бирергә кәрәк. Жюри ҙа ҡәтғи. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының өлкән дәүләт инспекторы Евгений Евсеев интернет-тест ҡағиҙәләрен аңлатып, конкурста ҡатнашыусыларға уңыш теләне.
Сараны ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров тест үтеүҙә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, проекттың маҡсаты менән таныштырҙы: юлдарҙа бәхетһеҙлек осраҡтарын кәметеү, имгәнеү һәм ҡорбандарға юл ҡуймау. Сәйәсмәндең борсолоуы урынлы, былтыр ғына Рәсәй юлдарында 19 мең 88 кеше һәләк булған, шуларҙың 713-е — балалар. Ә ғүмерлеккә инвалид булып ҡалғандар, имгәнгәндәр күпме?! Зариф Байғусҡаров маҡсатҡа өлгәшеү өсөн балаларға хәҙерҙән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙе өйрәтеү, ҡала һәм район үҙәктәрендә кескәйҙәрҙе юл йөрөү ҡағиҙәләре менән таныштырған автомобиль ҡаласыҡтарын төҙөү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Профессиональ водителдәрҙең дә Дәүләт Думаһы депутатына транспорт мәсьәләһе буйынса тәҡдимдәре, һорауҙары етерлек булды. “Ни өсөн маршрут карталарын контролләү һаман да юҡ?”, “Тәртип боҙған йәйәүлеләргә ҡарата ниңә сара күрелмәй?”, “Троллейбустар мораль яҡтан иҫкерҙе, уңайлы транспорт сараһы тип әйтеп булмай. Һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?”, “Балаларҙың мәктәп биштәрҙәрендә яҡтылыҡ ҡайтарғыс мотлаҡ булырға тейеш” һәм башҡалар.
Үкенескә ҡаршы, теста ҡатнашҡан студенттарҙың береһе лә уны үтә алманы, ә 25 водителдең 14-е уңышлы тапшырҙы. Һөҙөмтә ниндәй генә булмаһын, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белеү буйынса ошондай конкурстарҙың ойошторолоуы бик тәьҫирле, фәһемле сара икәнлегенә ышандыҡ. Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров бында килгән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе, һынауҙы уңышлы үткән водителдәргә сертификат тапшырҙы. Бәлки, киләсәктә бындай ирекле тест үтеү, кабинет сиктәренән сығып, дөйөм Рәсәй “тоталь диктант” кимәленә лә олғашыр?
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктәге юлдарҙа тәртипһеҙлек менән риза булмауын күп тапҡыр белдерҙе. Уның талабы буйынса, республика мәктәптәрендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү буйынса балаларҙы уҡытыу башланасаҡ. Шулай уҡ ул юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса тейешле ойошмаларға киң мәғлүмәт саралары менән әүҙем эшләүҙе бурыс итеп ҡуйҙы.
Радий Хәбиров Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына иң күп юл-транспорт ваҡиғалары теркәлгән участкаларҙы контролгә алырға ҡушты.
“Һәр участканың паспорты булырға тейеш, юл һыҙаты, уны яҡтыртыу, ҡаршылыҡ кәртәһе, термопластик билдә, фото-видео камералары буйынса саралар уйлап табырға. Практика күрһәтеүенсә, бындай иҫкәртеү саралары башланһа, юл-транспорт ваҡиғалары ла кәмей”, — тине республика етәксеһе.