Ҙур үҫкән көн14.12.2018
Республика йортонда бер төркөм үҫмерҙәргә Рәсәй Федерацияһы паспорттарын тапшырыу тантанаһы булды. Граждандың төп документын алыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ҡотланы.

Ә был сараның Рәсәй Конституцияһының 25 йыллығын билдәләгән көнгә тура килеүе тәрән символик мәғәнәгә эйә ине.

“Рәсәйҙең Йәштәр союзы” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы “Рәсәйҙең мәктәп уҡыусылары хәрәкәте” Дөйөм Рәсәй ижтимағи-дәүләт балалар-үҫмерҙәр ойошмаһы менән берлектә йыл һайын йәш граждандарға тантаналы шарттарҙа “Беҙ – Рәсәй граждандары!” тигән Бөтә Рәсәй акцияһы уҙғара. Был сара йәштәр араһында Рәсәйҙең дәүләт символдарын популярлаштырыуға, Рәсәй гражда­нының төп документына ихтирамлы ҡараш тәрбиәләүгә, үҫмерҙәрҙә гражданлыҡ мәҙә­ниәте һәм үҙаңы булдырыуға йүнәлтелгән. Акция, ғәҙәттә, 12 июнгә (Рәсәй көнөнә) һәм 12 декабргә (Конституция көнөнә) тура килтереп ойошторола.

Ошо сара сиктәрендә быйыл 1 ноябрҙән алып 1 декабргә саҡлы “Беҙ – Рәсәй граждандары!” Бөтә Рәсәй конкурсы ла үткәрелгәйне. Унда Башҡортостандан биш үҫмер финалға уҙған: Вера Әхмәтшина, Кристина Летярина, Виктория Пищаева, Илина Рысаева һәм Ростислав Савельев. Улар – уҡыуҙа, спортта һәм йәмәғәтселек эшендә иң яҡшы һөҙөм­тәләргә өлгәшкән балалар.

– Һеҙгә ошо паспорттарҙы Рәсәй Консти­туцияһының 25 йыллығы көнөндә тапшы­рыуҙан айырыуса ҙур ҡәнәғәтлек кисерәм, – тине Александр Геннадьевич. – Әйткәндәй, бер нисә көн­дән Башҡортостан Республикаһы Конституция­һының да 25 йыллығын билдә­ләйәсәкбеҙ. Һеҙ быны, әлбиттә, беләһегеҙ һәм, әле генә үҙегеҙҙең сығыштар яҙылған видеояҙманан күреүебеҙсә, сәйәсәт менән башҡа тиҫтерҙәрегеҙгә ҡарағанда күберәк ҡыҙыҡһынаһығыҙ.

Артабан Александр Сидякин йәш граждан­дарға паспорттар тапшырҙы һәм үҫмерҙәрҙең, уларҙың ата-әсәләренең һорауҙарына яуап бирҙе.


Вернуться назад