Депутаттар ни өсөн Сибайға юлланды?13.12.2018
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары экологик хәлде өйрәнеү өсөн кисекмәҫтән Сибайға юлланды. Мәғлүм булыуынса, файҙаланылмаған карьерҙа мәғдәндең быҫҡып ятыуы арҡаһында ҡалала газ таралды. Әле унда Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Дәүләт аналитик контроль идаралығы белгестәре эшләй.

Ҡалалағы хәлде өйрәнеү өсөн Башҡортостан парламентында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов рәйеслегендә эш төркөмө төҙөлдө. Төркөмгә шулай уҡ депутаттар Әлф әрис Байсурин, Руфина Шаһапова, Рөстәм Аблаев инде. Улар экологик хәл менән танышырға, проблемалы объекттарҙы йөрөп сығырға, тейешле ойошмаларҙың эш һөҙөмтәлелеген баһаларға ниәтләй. Шулай уҡ урындағы халыҡ менән осрашыуҙар планлаштырыла.

– Ваҡиға буйынса һорауҙар күп, әлбиттә. Һығымтаны һуңыраҡ яһаясабыҙ, – тине Константин Толкачев. – Әле эҙемтәләрҙе бөтөрөү сараһын күрергә кәрәк.





Вернуться назад