Яңы күпер асылды13.12.2018
Учалы районының Ҡалуй ауылы халҡы ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе - Миндәк йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн яңы күпер төҙөлөп тапшырылды. Иҫке күпер бынан бер нисә йыл элек яҙғы ташҡындан һуң эшлектән сыҡҡас, ҡалуйҙарға йылға аръяғында урынлашҡан көтөүлектәргә, зыяратҡа республика трассаһы аша урап йөрөргә тура килә.

Район хакимиәте халыҡтың үтенесенә ҡолаҡ һалып, яңы күпер төҙөүҙе хәстәрләй. 5,7 миллион һум аҡса республика бюджетынан бүленә. Подрядсы бурыстарын үҙ иңенә алған Белорет ҡалаһының “Служба заказчика” йәмғиәте август айында эш башлай. Ротор быраулау ысулын ҡулланып, алт-туғыҙ метрлыҡ дүрт таяу свайҙары урынлаштырыла, күперҙең металл һәм ағас элементтары һыу тәьҫиренән эшлектән сыҡмаһын өсөн махсус эшкәртелә. Яңы күперҙең оҙонлоғо 52 метр, киңлеге 2,3 метр тәшкил итә.




Вернуться назад