Мәсьәләгә нөктә ҡуйылды13.12.2018
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы фельдшерҙарға эшкә һәләтһеҙлек ҡағыҙҙары һәм дарыуҙарға рецепттар яҙыу хоҡуғы биреүгә ҡағылған тәҡдимдәр әҙерләне.

Бер аҙна элек республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”ндә ошо мәсьәләне күтәргәйне.

— Беҙ фельдшерҙарға дарыуға рецепт яҙыуҙы рөхсәт иткән Һаулыҡ һаҡлау министрлығының айырым бойороғон сығарыуҙың кәрәге юҡ, тигән уртаҡ фекергә килдек. Быны медицина ойошмаһы, баш табип кимәлендә лә башҡарырға мөмкин. Ябай рецепты фельдшер ҙа яҙа ала, — тине һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Рафаэль Яппаров.


Льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә килгәндә, министрлыҡтың бойороғона үҙгәреш индерергә кәрәк. Фельдшерға ауырығанлыҡ ҡағыҙҙары яҙыу вәкәләтен биреү тураһындағы ҡарарҙы медицина ойошмаһы етәксеһе ҡабул итергә тейеш.





Вернуться назад