Сибайҙа экологик хәл яҡшырған, тип хәбәр итә ҡала властары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тау-байыҡтырыу комбинаты карьерында мәғдән быҫҡып яныу сәбәпле, ҡалала киҫкен көкөрт еҫе таралғайны.
Хакимиәт башлығы Рөстәм Афзалов хәбәр итеүенсә, әле томан пәрҙәһе юҡ, көкөрт еҫе лә һиҙелмәй. “Белгестәр ҡабатлап, атмосфера һауаһын үлсәй. Роспотребнадзорҙың биләмә белгестәре, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре эшләй. Шулай уҡ МЧС хеҙмәткәрҙәре килде, улар менән берлектә тағы ла ниндәй өҫтәлмә саралар күреү мөмкинлеген хәл итәсәкбеҙ”, – ти ул.
Быҫҡып ятҡан урындарҙы һүндереү буйынса эштәр дауам итә. Хәлдең яҡшырыуына һауа торошоноң үҙгәреүе лә ыңғай тәьҫир иткән – ел болоттарҙы таратҡан.