Күмертау ҡалаһы #ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ тип аталған күсмә һөнәри йүнәлеш сараһы майҙансығына әйләнде. Бөтә саралар Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыуcы Ленара Иванова ҡатнашлығында үтте.
“Түңәрәк өҫтәл”дә йүнәлтмә буйынса уҡытыу, урындағы үҙидараның профориентация эше һәм кадрҙарға ихтыяж мәсьәләләре ҡаралды. Ҡатнашыусылар, балаларҙы бишенсе кластан башлап киләсәк һөнәрҙе дөрөҫ һайлауға өйрәтергә кәрәк, тигән ҡарарға килде.
Аҙаҡ Күмертау ҡалаһы хакимиәте һәм “Эшҡыуарҙар берләшмәһе” ойошмаһы Башҡортостан юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы менән хеҙмәттәшлек итеүгә ҡул ҡуйҙы.