Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә 36 ғаиләгә тиҙ арала фатирҙарын бушатырға ҡушҡандар. Әле улар ваҡытлыса ҡунаҡханаларға урынлашҡан.
Был ғаиләләр Жуков урамындағы ике йортто тоташтырған подъезда йәшәгән. Техник талаптар буйынса, унда фатирҙар төҙөү ҡаралмаған. Хужалар белдереүенсә, йәшәй башлағас та стеналарҙа ярыҡтар барлыҡҡа килгән.
Дәүләт торлаҡ инспекцияһы 2013 йылда уҡ йортто йәшәүгә яраҡһыҙ тип таныған. Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһы суд аша йортто авария хәлендә булыуын раҫлап, ҡала хакимиәтенән сара күреүҙе талап иткән.
Ғаиләләр киләһе йылда яңы торлаҡ менән тәьмин ителергә тейеш.