Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе Салауат Харасов Миәкә районынан уҡырға килгән Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары менән осрашты. Сарала шулай уҡ Миәкә районы хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов менән район дауаханаһының баш табибы Илшат Ғилемйәнов та ҡатнашты.
Осрашыуҙың маҡсаты – райондың медицина учреждениеларына йәш белгестәрҙе йәлеп итеү. Студенттарға райондың социаль-иҡтисади үҫеше, эшләү һәм һөнәри яҡтан үҫешеү мөмкинлектәре, йәш табиптарға ҡаралған социаль ярҙам төрҙәре тураһында һөйләнеләр. Сығыш яһаусылар йәштәргә һайланған һөнәрҙәренең мөһимлеге тураһында әйтте, уҡыу йортон уңышлы тамамлап, тыуған яҡтарына эшкә саҡырҙы.