Ваҡытынан алда тапшырыласаҡ13.12.2018
Өфө районының Чесноковка ауылында 640 урынлыҡ мәктәп һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә.

– Төҙөлөш графиктан өс айға алдараҡ бара. Шулай итеп объекттар ваҡытынан алдараҡ тапшырыласаҡ. 2019 йылдың 1 сентябренә эштәрҙе тамамларға иҫәп тотабыҙ, – тине республиканың “Госстрой” рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов.

Балалар баҡсаһы 3 йәштән 6 йәшкәсә 160 сабыйға иҫәпләнгән, 20-шәр кешенән торған һигеҙ төркөм буласаҡ. Мәктәптә иһә 700-гә яҡын бала белем аласаҡ.


Вернуться назад