Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?13.12.2018
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм аспиранттарына, шулай уҡ сит төбәктәрҙә уҡыған студенттарға Башҡортостан Башлығы стипендиялары тәғәйенләнде. Улар 2018—2019 йылда уҡыуҙа уңышҡа өлгәшкән йәштәргә тапшырыласаҡ.

Йыл һайын Башҡортостан Башлығы стипендияһы республика юғары уҡыу йорттарындағы — 130, һөнәри белем биреү ойошмаларындағы 125 студентҡа, 55 аспирантҡа, төбәктә тыуып үҫеп, унан ситтә белем алған, шулай уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вуздарында уҡыған ун студентҡа (аспирантҡа) бирелә.




Вернуться назад