Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм волонтерҙарҙан торған берҙәм, бер усҡа тупланған һәм күңелле команда ҡунаҡҡа килде.
Изгелекле ҡунаҡтар яҡшы, күтәренке кәйеф, шатлыҡ бүләк итеүҙән тыш, тәмле-татлы ризыҡтар, Яңы йыл бүләктәре менән һәр кемдең күңелен күтәрҙе.
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә юғалып ҡалмау өсөн балаларҙы профессиональ оҫталыҡҡа өйрәтеүсе мастер-кластар (“Эҙәрмән” туристик клубының етәксеһе Альфред Сәхибзазыев), аш-һыу әҙерләү серҙәренә өйрәтеү буйынса дәрестәр (етәксеһе Алексей Билдов) үҫмерҙәрҙең хәтерендә оҙаҡҡа һаҡланасаҡ әле. Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡатнашлығындағы Яңы йыл программаһы бер баланы ла ситтә ҡалдырманы. Һәр кем уйында ҡатнашты, күңел асты, бүләктәр алды.