Ауылдар буйлап... мобилле модулдә13.12.2018
Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы белгестәре “Диагностика” мобилле модулендә халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн Тәтешле районына килде.

Был юлы белгестәр сафы байтаҡҡа тулыландырылды. Ярҙамға мохтаж ауырыуҙарҙы кардиолог, уролог, акушер-гинеколог, ультратауыш диагностикаһы табибы һәм шәфҡәт туташы, функциональ диагностика хеҙмәткәре ҡабул итте. Тәтешле районының 389 кешеһе медицина тикшеренеүе үтеп, бригада эше менән ҡәнәғәтлеген белдерҙе.




Вернуться назад