Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән. Белорет районының эске эштәр бүлегенә имам ошо хаҡта хәбәр иткән.
Ә хәл былай булған. Төрмәнән ҡайтҡан 29 йәшлек ир һыйыныр мөйөш эҙләп мәсеткә килгән. Мулла уға үҙен тәртипле тотоу шарты менән иман йортонда йәшәп торорға рөхсәт иткән. Әммә бер аҙҙан "етем төлкө" төшөрә башлай. Билдәле, йылы урын менән хушлашырға тура килә. Көндәрҙең береһендә сәрхуштың аҡсаһы бөткәс, мәсеттең хужалыҡ бүлмәһендә ҡорамалдар барлығы иҫенә төшә.
Тикшереү-оператив төркөм уғрының эҙен тапҡан. Егет мәсет келәтенән алған иретеп-йәбештереү аппаратын – мең, ә икенсеһен осраҡлы кешегә 600 һумға ғына осорған.
Мәсет ҡарағына енәйәт эше ҡуҙғатылған.