Иң яҡшы балта оҫтаһы кем?13.12.2018
Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығында “Профессияһы буйынса иң яҡшыһы” тип аталған Бөтә Рәсәй конкурсын ойоштороу комитетында яңы йылға номинациялар билдәләнде.

Шулай итеп, 2019 йылда “Иң яҡшы балта оҫтаһы”, “Иң яҡшы янғын һүндереүсе” һәм “Иң яҡшы электр монтеры” номинациялары буйынса ҡыҙыҡлы бәйгеләр буласаҡ. Финал саралары илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә үтәсәк. Һөнәри оҫталыҡ буйынса конкурстың маҡсаты билдәле инде: эшсе профессияларының абруйын күтәреү, алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу, йәштәрҙе йәлеп итеү. Приздар ҙа ярайһы тос: ниндәй урын алыуына ҡарап, 300 мең, 200 мең һәм 100 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк ҡаралған.




Вернуться назад