Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы. Ҡунаҡтарҙы тәүгеләрҙән булып Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ағиҙел ҡалаларында, Иглин, Шишмә, Кушнаренко, Балтас райондарында ҡабул иттеләр.
Тәүге осрашыуҙарға илленән ашыу ғаилә килде — никахлашыусы йәш парҙар, ишле ғаиләләр, олатай-өләсәйҙәр. Бындай яҡындан аралашыу яңы дуҫтар, фекерҙәштәр табырға ярҙам итә. Мауыҡтырғыс уйындар, ҡул эштәре, шөғөлдәр һәр кемдең күңеленә хуш килерлек. Өлкәндәр өсөн мастер-кластар, психолог кәңәштәре, ижади эштәр — барыһы ла һеҙҙе көтә.