Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...13.12.2018
Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән ҡаршыларға йыйына илештәр. Төҙөүселәр боҙ һарайҙарын төҙөгәндә өр-яңы сиселештәрҙе, бай фантазияны эшкә егергә уйлай.

Хәҙерге ваҡытта боҙ фигураларын һәм элементтарын, ҡар тауҙарын яһау бара. Боҙ ҡаласығын төҙөү буйынса эштең иң ҙур өлөшөн район предприятиелары һәм ойошмалары үҙ өҫтөнә алған. Блоктарҙы тигеҙ итеп ҡырҡыу тап улар яуаплылығында. Аҙаҡ “дилбегә”не үҙ ҡулына рәссам аласаҡ. Күп йылдар буйы боҙҙан ғәжәп матур скульптуралар эшләү буйынса мул тәжрибә туплаған Азамат Нуретдинов быйыл да үҙенең сәнғәт өлгөләре менән йәшен-ҡартын таң ҡалдырмаҡсы.




Вернуться назад