“Тәгәрмәсле” магазин...13.12.2018
Әлшәй районында махсус маршрут буйынса хәрәкәт итеүсе күсмә автомагазин эшләй башланы. Аукционда эшҡыуар Марсель Шәймөхәмәтов еңеп сығып, “тәгәрмәсле” магазинда 27 ауылға тауар ташыу бурысын үҙ өҫтөнә алды.

Сауҙа нөктәләре булмаған урындарҙа уның килеүен дүрт күҙ менән тигәндәй көтөп алалар. Бығаса ауыл халҡы аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ артынан йә магазины булған күрше тораҡҡа, йәиһә район үҙәгенә барырға мәжбүр ине. Һатыусы Зәйтүнә Мостафина йәше-ҡарты менән уртаҡ тел табып, ихтыяждарын өйрәнеп, уларҙың үтенесен ваҡытында хәл итергә тырыша. Яңы махсус автомагазин эшләй башлау менән районда сауҙа эше һиҙерелек йәнләнде. Һыуытҡыс камераларының, һатыусы өсөн уңайлы эш шарттарының булдырылыуы ла сауҙа хеҙмтәләндереүе сифатына йоғонто яһай.




Вернуться назад