Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған12.12.2018
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаның баҙарҙа ит һатып торғанын күргән кешеләр ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй. Ҡайһы берәүҙәр, улмы, ул түгелме, тип рәттәр араһынан шикләнеп ҡарап үтә лә унан ҡабаттан килеп:
– Һин ысын Земфира Байбулдинамы? – тип һорай.

– Эйе.

Берәүҙәр йәлләй, икенселәр үҙен яҡындан күреүгә ҡыуанып, уның шәхси тормошо, башҡа артистар тураһында ҡыҙыҡһына, өсөнсөләр хатта чекка автограф яҙҙырып ала. Шуға ла баҙарҙа уның эргәһендә һатып алыусылар һәр саҡ күп була. Сәхнә йондоҙо был хаҡта:
– Сәнғәт институтында бергә уҡыған әхирәтем Әлфиә күптән баҙарҙа ит менән сауҙа итә. Бер көндө үҙенә ярҙамға саҡырғас, килдем, сөнки әсәйем һатыусы булғас, был эш бәләкәйҙән таныш, – ти.

Земфира эшләгән көндө Әлфиәнең эше бигерәк тә төшөмлө, сөнки бөтә халыҡ итте тап унан алырға тырыша. Күптән түгел әхирәте йомош менән киткәс, сәхнә йондоҙо бер үҙе генә ҡала.

– Ярай,бөгөн тынысыраҡ булыр, ғәҙәттә, дүшәмбе, шишәмбе көндәрендә халыҡ ит алып бармай ул, – ти ул.

Шулай итеп, Земфира тороп ҡала. Ә халыҡ килә лә килә, хатта оҙон сират теҙелә, әҙерләп ҡуйған ит тә бөтә. Кис көнө Әлфиә, буш һыуытҡыстарҙы күреп:
– Ит ҡайҙа булған ул?– тип һорай.

– Һатып бөттөм, – тигәс Земфира, Әлфиә шаҡ ҡата.


Вернуться назад