Сәйетбаба — республикалағы иң ҙур башҡорт ауылы. Уның бер осонан икенсеһенә етер өсөн ярайһы ғына вакыт кәрәк. Шуға ла балалар мәктәптән ҡайтҡанда берәй транспорт сараһы килеп сыҡһа, тиҙерәк ултырыу яғын ҡарай. Беҙ ҙә командировка ваҡытында бер төркөм уҡыусыларҙың ат санаһына тейәлеп, ҡыуанышып ҡайтыу яғына юлланыуына шаһит булдыҡ. Был осраҡта: “Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы!” – тип әйтергә генә ҡала.