Электрон тәртиптә йыш теркәләләр12.12.2018
Башҡортостан хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә электрон тәртиптә бирелгән ғаризалар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында, Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһенән ҡалышып, өсөнсө урынды биләй. Электрон тәртиптә дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыуға тапшырылған ғаризалар күләме буйынса — икенсе баҫҡыста (Мәскәү өлкәһенән ҡала).

Быйыл 11 айҙа “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығына хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә 80879 электрон ғариза ебәрелгән. Был мөрәжәғәттәрҙең яртыһынан күберәге (56 проценты) физик һәм юридик берәмектәргә тура килә. Шул уҡ ваҡытта дәүләт кадастр иҫәбенә 29542 мөрәжәғәт булған. Электрон ғаризаларҙың 65 проценты урындағы үҙидара органдарынан, муниципаль милеккә идара итеү комитеттарынан һәм республика башҡарма власть органдарынан тапшырылған.





Вернуться назад