
Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата булдырыу тураһында закон проекты әҙерләнеүе тураһында “Известия” гәзите хәбәр итә. Дәүләт Думаһы оҙаҡламай был мәсьәләне ҡараясаҡ.
Хәрби ант көнө — Ватанға хеҙмәт итеүҙең нигеҙе, — тип иҫәпләй сәйәсмәндәр. — Уның тәрән тарихи тамырҙары бар.
Иҫтәлекле датаны 21 ноябрҙә байрам итеү тәҡдимен профессиональ һәм эксперт ойошмалары ла хуплап сыҡҡан.