Кушнаренко ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы ярында ҡаяларҙың “терелгәнен” күреп, һоҡланыуҙан хайран ҡалаһың. Ауыл халҡы оҫта ҡуллы яҡташтарының исем-шәрифен яҡшы белә, ул — пенсиялағы рәссам Илфир Хәйруллин.
Ағиҙел ярҙарын биҙәү уйы электән үк күңелендә булһа ла, яратҡан эшенә ул хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына тотона. Таштар ҙа оҫтаның ҡулында ҡарышмай, скульптуралар эшләү өсөн уңайлы булып сыға. Быға тиклем Илфир Хәйруллин художество мәктәбендә педагог булып эшләй. Хәҙер элекке уҡыусылары ла остазға ярҙам итергә ашҡынып тора. Үҙе кеүек пенсионер, ағастан әйберҙәр эшләү оҫтаһы, ирекмән Валерий И. Хәйруллиндың уң ҡулы. Дөйөм көс менән ҡаяла баҫҡыс, уҫал крокодил, “йоҡо сүлмәге” бесәй, изге күңелле аждаһа, йылан, тәхет барлыҡҡа килә. Пландар ҙур — мейес яһау һәм ял итеү зонаһы ойоштороу.
“Һәр таштың үҙ формаһы бар һәм шуға ҡарап образыңды һайлайһың, — ти Илфир Хәйруллин. — Паркта һаҡ бар, шуға күрә күңел тыныс. Оҙаҡламай бында әкиәт һәм йәнһүрәт геройҙары ла урын алыр. Таш тотош быуатҡа етерлек. Көс еткәнсе эшләргә лә эшләргә!”
Тағы ла шуныһы яҡшы: район хакимиәте лә эштән ситтә ҡалмаған, электр уты үткәрткән, материалдар алып бирешкән. Әлбиттә, сығымдар булып ҡына тора: йә инструменттар ватыла, йә алмас дискыһы кәрәк. Әммә оҫта идеяһынан баш тартырға уйламай.