Яңы йылға әҙерлек дәррәү бара — ҡайһы берәүҙәрҙең ихатаһы алдында күптән шыршы балҡый, боҙ һәм ҡарҙан төрлө һындар ҡуйылған.
Белорет районының Шығай ауылында йәшәгән Айгиз Ғәлимовтарға ла Ҡыш бабай күптән “килгән”. Ә хужа эшләп ҡуйған һырғалаҡта балалар рәхәтләнеп тау шыуа.