Өмәләр — ауыл йәме12.12.2018
Муллыҡ байрамдары — ҡаҙ өмәләре Йәрмәкәй районында гөрләп уҙа. Усман-Ташлы ауылында Гөлсәсәк менән Рәмзил Ғилметдиновтар ҙа хужалығында быйыл алтмыш ҡаҙ үҫтергән.

Хужалар ҡаҙ үҫтереүҙе ауыр хеҙмәткә һанамай. Бәпкәләрҙе “Агро-Гусь” ойошмаһынан алып ҡайталар. Баҡса башынан ғына Ҡыйҙаш йылғаһы аға. Йәй буйы ҡаҙҙар шунда йөҙә.

Уңған хужалар дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Хәҙер инде төрлөһө төрлө ергә таралышҡан, төпсөктәре генә эргәләрендә. Ирле-ҡатынлы Ғилметдиновтар үҙҙәре лә өлгөр, хужалыҡ эштәрен еренә еткереп башҡара. Өмәгә килгән ҡатын-ҡыҙҙар хужаларҙың егәрлелеген маҡтай-маҡтай ҡаҙ йолҡто, ҡош-ҡорт аҫрау серҙәре менән уртаҡлашты.




Вернуться назад