Яңауыл районының Бәнибаш ауылында йорт янды. Фажиғә урынында 85 йәшлек хужабикәнең мәйете табылды.
Тәртип һаҡсылары хәлде тикшергәндән һуң, ҡатындың үлтерелеүен асыҡланы. Мәғлүмәттәргә ярашлы, уны килене үлтергән. Асыҡланыуынса, фажиғәгә тиклем ике ҡатын араһында янъял сыҡҡан, килене ҡәйнәһен ауыл буйлап үҙе тураһында ғәйбәт таратыуҙа ғәйепләгән. Йәш ҡатын ҡәйнәһенә бер нисә тапҡыр һуҡҡан, һөҙөмтәлә тегеһе йән биргән. Артабан ул йортҡа ут төрткән һәм ҡасҡан. Әле ваҡиғаны тикшереү бара.